“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә Баймаҡта ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Шуларҙың береһе - һабантуй үткән ергә ҡәҙәр асфальт япмаһының барлыҡҡа килеүе. Ҡеүәтле эште “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Баймаҡ юлсылары атҡарып сыҡты. Һөҙөмтәлә бөгөн һабантуй урынына тиклем тигеҙ юлда барырға мөмкин. - Асфальт япмаһы райондың социаль инфраструктураһын яҡшыртырға булышлыҡ итте, - тине район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса бүлек баш белгесе Заһир Үтәғолов. - Тимәк туризм йүнәлешен артабан да үҫтерергә мөмкин буласаҡ. Һандар теле менән әйткәндә, юлдың 682 метры ҡайтанан төҙөкләндерелде. Уның өсөн 6 млн 400 мең һум аҡса бүленгән. Бынан тыш ошонда уҡ һалынған 2,5 километр юлға 20 млн һум аҡса үҙләштерелде. Шулай уҡ Граф күпере төҙөкләндерелде. Шулай итеп яңы юл район өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Текст сығанағы һәм фото: Лилиә Таҡаева