Бәләкәй Аҡҡолай ауылында йәшәгән Зәкирә апай Воронцованың йортонда япмалар араһында магазиндыҡын осратмаҫһың. Иҙәнгә ҡыйып баҫҡыһыҙ күркәм балаҫтар йәйелгән, урын-ер ҙә ҡулдан һуғылған япмалар менән йыйыштырылған, ултырғыстарға һала торғанын да оҫтабикә үҙ ҡулдары менән эшләгән. Зәкирә апайға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан килгән кәсебе – балаҫ һуғыу бәләкәйҙән таныш. Өләсәһе, әсәһенән ҡала инде үҙе Дим буйы башҡорттарының аҫалы балаҫын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән оҫтабикә булып танылған. Үҙенсәлекле шөғөл бына инде дүртенсе быуынға тапшырылған – Зәкирә Хәлиулла ҡыҙының ейәнсәре тәүге балаҫын биш йәшендә һуҡҡан! Оҫтабикә аҫалы балаҫ һуғыу үҙенсәлектәренә өйрәнергә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙың күп булыуына ҡыуана, белгәндәрен ихлас күңелдән уртаҡлаша. (Видеоны https://vk.com/gazetabashkortostan һылтанмаһы буйынса ҡарағыҙ). Р. Шәңгәрәева фотоһы. Видео - авторҙыҡы. (Тулы мәҡәләне гәзиттең артабанғы һандарының береһендә уҡығыҙ).