Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Бөгөн сара йәмле Граф күле буйында тантаналы асылды. Сарала БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Азамат Абдрахманов, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, "Ирәндек" хәйриә фонды рәйесе Айнур Ишмөхәмәтов һәм төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар, ат һөйөүселәр ҡатнашты. Фестиваль программаһы бай. Беренсе көндә, 11 августа (йома) ат спорты ярыштарының һайлап алыу турҙары үтәсәк. 12 август (шәмбе) - фестивалдең төп көнө. Был көндө ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн сағыу саралар ойошторола, уларҙа төп урында башҡорт аты буласаҡ. Бәйгелә еңеүсегә төп бүләк – автомобиль! «Ауҙарыш» (аттарҙа көрәш), «Ылаҡ» (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, «Тай-тулак» (һыбайлылар чемп
Башланды! "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленә старт бирелде!
11 августа 202311 авг 2023
1 мин