Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы һәм Томск политехник университеты тәүге аспиранттар мәктәбен уҙғарҙы. Программа биш көн дауамында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музейы комплексы майҙансығында барҙы. - Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең төп маҡсаттарының береһе –алдынғы ғалимдарҙың проекттарына ярҙам итеү, перспективалы йәш тикшеренеүселәргә көнүҙәк карьера юлдарын булдырыу. Бөгөн республика төбәк Башлығы Радий Хәбиров үҫеп килеүсе ғалимдар быуынына ҙур иғтибар бирә. Сөнки тап йәш ғалимдар тиҙҙән фәнни донъяға йоғонто яһаясаҡ, үҙҙәренең фәнни мәктәптәрен булдырасаҡ, - тине фәнни -белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы директоры Ирина Буренина. Томск политехник университетының алдынғы ғалимдары һәм эксперттары Евразия фәнни-белем биреү үҙәге аспиранттары өсөн лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре, практикумдар уҙғарҙы. Йәш ғалимдар тикшеренеү проектына идара итеү оҫталығын арттырҙы. Башҡортостан Башлығының фән һорауҙары буйынса кәңәшсеһе, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Күҙәтеү советының яуаплы секретары Руслан Ҡазыхановтың фекере лә урынлы булды: - Аспиранттар – республикабыҙҙың киләсәк элитаһы. Радий Хәбиров, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ярҙамында республика башланғысы менән булдырылған үҙгәрештәр, шул иҫәптән грант программалары һәм яңы проекттар старты ғалим һөнәренең баһаһын күтәреүгә йүнәлтелгән. Хәҙер аспиранттарҙа алған белемдәренә таянып лабораторияларында эш башларға тигән ҙур яуаплылыҡ ята, - тине ул. Биш көн дауамында йәш ғалимдар дисциплина-ара проекттар төҙөнө: маҡсаттарын билдәләне, уларҙы тормошҡа ашырыу ысулдарын булдырҙы. Фото: Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенән.