Махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарына ярҙам итергә теләүселәр араһында Шишмә районының Сәлих ауылы халҡы ла бар. Рива Әмирханова һөйләүенсә, ул ауылдың бер нисә ҡатын-ҡыҙы менән өсөнсө тапҡыр гуманитар конвой ойоштороуҙа ҡатнаша. Әгәр беренсе тапҡыр төп иғтибар туҡмас ҡырҡыуға йүнәлтелһә, хәҙерге ваҡытта – сәк-сәк әҙерләйҙәр. – Яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә, уларға өй йылыһының өлөшөн биреп ебәрергә теләнек. Был уларҙы дәртләндерер һәм неонацизмды еңергә көс һәм ышаныс бирер тип уйлайым. Был еңел булмаған эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ, бәхет теләйем. Был юлы өй шарттарында әҙерләнек. Рәйсә апайға үҙ өйөндә бешерергә риза булыуы өсөн айырым рәхмәт. Бергә беҙ көс! - тип һөйләне Рива Камил ҡыҙы. Сәлих ҡатын-ҡыҙҙары 60-тан ашыу татлы ризыҡ контейнерын тултырған. Сығанаҡ: vk.com/chishminsky