Бөгөн, 11 августа, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе үтте. Уның барышында ете фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Уларҙа Башҡортостан Республикаһында Уҡытыусы һәм остаз йылына билдәләнгән сараларҙың үтәлеше, “Беренселәр хәрәкәте” балаларҙың һәм йәштәрҙең ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең үҫеше, “Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән эшмәкәрлек итеү буйынса советнигы” проектын тормошҡа ашырыу, берҙәм хәрби-патриотик тәрбиә системаһын булдырыу, урта һөнәри белем биреү тармағын үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Ради й Хәбиров, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, хөрмәтле мәғариф ветерандары ҡатнашты. Республи