Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Организмға ваҡытында ял бирегеҙ

Йоҡлауҙың файҙаһы Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Сифатлы, тыныс йоҡо үҙәк нервы системаһы күҙәнәктәрен тер­геҙә, күп ауырыуҙарҙы иҫкәртә, иммунитетты күтәрә. Йоҡо ваҡытында яралар тиҙерәк төҙәлә, шулай уҡ мейеләге нервы күҙәнәктәренең химик һәм эмоциональ запасы тергеҙелә. Әгәр ҙә йоҡо туй­маһа, кеше организмының эшмәкәрлегенә зыян килә. Күп кенә илдәрҙә хатта йоҡо ярҙамында дауаланыу, нерв күҙәнәктәрен – нейрондарҙы әүҙемләштереү киң таралған. Йоҡо барышында кеше мейеһе организмдың барлыҡ системаларын диагностикалай. Ял ваҡытында ҡан баҫымы, матдәләр алмашыныуы яйға һалына. Табиптар билдәлә­үенсә, йоҡоһо туйған кешеләр хроник сирҙәр менән ике тапҡырға әҙерәк ауырый. Күп кенә сирҙәрҙең сәбәбе – йоҡоһоҙлоҡ. Әгәр ҙә кеше ярты сәғәт эсендә йоҡлап китә алмаһа, тимәк, был күренеш стресс менән бәйле. Төндә йыш ҡына уянған кешеләрҙең эске ағзаларында проблема була, йәғни ауыртҡан урын мейегә сигнал бирә. Әгәр ҙә кешенең оҙаҡ йоҡлағандан һуң арыуы үтмәһә, уның баш мейеһенә бә

Йоҡлауҙың файҙаһы Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Сифатлы, тыныс йоҡо үҙәк нервы системаһы күҙәнәктәрен тер­геҙә, күп ауырыуҙарҙы иҫкәртә, иммунитетты күтәрә. Йоҡо ваҡытында яралар тиҙерәк төҙәлә, шулай уҡ мейеләге нервы күҙәнәктәренең химик һәм эмоциональ запасы тергеҙелә. Әгәр ҙә йоҡо туй­маһа, кеше организмының эшмәкәрлегенә зыян килә. Күп кенә илдәрҙә хатта йоҡо ярҙамында дауаланыу, нерв күҙәнәктәрен – нейрондарҙы әүҙемләштереү киң таралған. Йоҡо барышында кеше мейеһе организмдың барлыҡ системаларын диагностикалай. Ял ваҡытында ҡан баҫымы, матдәләр алмашыныуы яйға һалына. Табиптар билдәлә­үенсә, йоҡоһо туйған кешеләр хроник сирҙәр менән ике тапҡырға әҙерәк ауырый. Күп кенә сирҙәрҙең сәбәбе – йоҡоһоҙлоҡ. Әгәр ҙә кеше ярты сәғәт эсендә йоҡлап китә алмаһа, тимәк, был күренеш стресс менән бәйле. Төндә йыш ҡына уянған кешеләрҙең эске ағзаларында проблема була, йәғни ауыртҡан урын мейегә сигнал бирә. Әгәр ҙә кешенең оҙаҡ йоҡлағандан һуң арыуы үтмәһә, уның баш мейеһенә бәйле проблема йә депрессия булыуы бар. Йоҡоноң файҙалы булыуында шикләнергә урын юҡ, ә шулай ҙа табип-сомнологтар, артыҡ оҙаҡ йоҡлау зыян килтерә, тип билдәләй. Өлкән кеше өсөн ун сәғәт буйы йоҡлау биоритмдарҙы хәүеф аҫтына ҡуя, шулай уҡ депрессия, апатия, баш ауыртыуына алып килә. Кеше төндә яҡынса 6-8 сәғәт йоҡларға тейеш. Йоҡо буйынса кәңәштәр Йоҡлау урыны. Тәү сиратта, йоҡо урынында түшәк уңайлы, бүлмәлә саф һауа булыуы мөһим. Белгестәр әйте­үенсә, йоҡо бүлмәһендә һауа температураһы түбәнерәк бул­ған һайын, йоҡо ла сифатлыраҡ була. Шулай ҙа уртаса температура 18–22 градус булырға тейеш. Телевизор һәм гаджеттар. Йоҡо алдынан компьютер йә телевизор алдында оҙаҡ ул­тырырға кәңәш ителмәй. Япония тикшеренеүселәре әйте­үенсә, гаджеттар ҡулланыу йоҡо сифатына кире йоғонто яһай, шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡҡа алып килеүе мөмкин. Ашау һәм тышта йөрөү. Йоҡоға тиклем кәмендә ике сәғәт алдан ашарға, шулай уҡ 20-30 минут тышта йөрөп килергә кәңәш ителә. Бындай ғәҙәт мейене кислород менән байыта, тынысландыра. Һыу процедуралары. Йоҡо алдынан ингән душ йылы, уртаса температурала булырға тейеш. Һыуыҡ йә, киреһенсә, ныҡ эҫе һыу нервы системаһын ҡуҙғата. Ял тәртибен үтәгеҙ. Сәләмәт булыр өсөн кеше ваҡытында йоҡларға ятырға, ваҡытында торорға тейеш. Төнгө 12-гә тиклем йоҡоноң һәр сәғәте был ваҡыттан һуң йоҡоноң ике сәғәте менән бер тигеҙ. Табип-сомнологтар әйтеүенсә, кеше лә тәбиғәт кеүек ҡояш байығанда йоҡоға талырға, ә таң атҡанда уянырға тейеш. Шулай уҡ бер үк ваҡытта йоҡларға ятыу ҙа ял итеү ҙә ҙур роль уйнай. Сифатлы йоҡо ғүмерҙе оҙайта икәнен онотмағыҙ. Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА