Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡауын-ҡарбуз миҙгеле асылды

Ҡарбуз составында В төркөмө витаминдары, аскорбин кисло­таһы, тимер, магний, углевод, ликопин – атеросклероз һәм йөрәк ауырыуҙары үҫеше осраҡтарын кәметеүсе антиоксидант бар. Ҡарбуз һыуһау һәм асығыу тойғоһон кә­метә, эсәктәр эшмә­кәрлеген яҡшырта, нервы, йөрәк-тамыр сис­темаһына ыңғай йоғонто яһай. Тик шулай ҙа һәр әйберҙең кире яғы булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Ҡарбузда гликемик индекс күрһәткесе юғары, шуға күрә шәкәр диабетынан яфаланған кешеләргә һаҡ булырға кәрәк, юҡһа глюкозаның ҡапыл артыуы бар. Дөйөм алғанда, ҡарбузды айырым түгел, ә тулы рационда ҡулланырға тәҡдим ителә. Ҡауын составында А ,С, Р витаминдары, фолий кислотаһы, тимер, калий, магний, кремний, шулай уҡ сәскә һәм тырнаҡтар өсөн мөһим булған матдәләр – селен, инозин бар. Тик шулай ҙа ҡауынды төп ашҡа тиклем ике, йә ашағандан һуң ике сәғәт үткәс кенә ашарға тәҡдим ителә. Юғиһә организмда күңел болғаныу, эс ауыртыу, уҡшыу һәм башҡа процестар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шулай уҡ бала имеҙгән ҡатындарға ҡауын ашау тыйыла, сөнки ул көслө аллерген булып һанала. Ҡарбуз менән ҡауынды ҡулланыу буйынса дөйөм тәҡдимдәр Уларҙы маринадланған һәм тоҙло ашамлыҡтар, ярма, картуф, һөтлө аҙыҡтар, ит һәм алкоголь менән бергә ҡулланырға кәңәш ителмәй. Шулай уҡ теленгән ҡарбуз һатып алмағыҙ, сөнки ҡырҡылған урында зарарлы микроорганизмдар тиҙ тарала. Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА