Күптәр бала саҡтан иртәнсәк спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнен ишетеп-белеп үҫә. Тик ҡайһы берәүҙәр уның ниндәй файҙа килтергәнен аңламай. Түбәндә был ғәҙәттең ыңғай яҡтары тураһында һүҙ барыр. Дәртлелек. Аҙ ғына физик күнекмәләр эшләү ҙә кеше организмына тиҙерәк уянырға ярҙам итә. Спорт ҡан йөрөшөн тиҙләтә, мейене кислород менән тулыландыра һәм кәйефте күтәрә. Физик форманы яҡшырта. Көн һайын күнекмәләр эшләү мускул туҡымаһын нығыта, көстө үҫтерә. Шулай уҡ умыртҡа һөйәге һәм быуындар торошона ыңғай йоғонто яһай, терәк-хәрәкәт ағзаларының күп кенә ауырыуҙарын иҫкәртә, метаболизм процесын яҡшырта. Кәйефте күтәрә. Ҡәһүә эсеүгә ҡарарғанда күнекмәләр эшләү күпкә яҡшыраҡ. Зарядка энергияны күтәрә, йоҡоно аса һәм шул уҡ ваҡытта организмға бер ниндәй ҙә кире йоғонто яһамай. Физик әүҙемлек ваҡытында кеше организмы эндорфин, йәғни шатлыҡ гормондарын бүлеп сығара. Шулай уҡ физик күнекмәләр ихтыяр көсөн тәрбиәләй. Гүзәлиә ЗӘЙНУЛЛИНА