ҠУҘЫ Аҙна һәйбәт кенә булмаҡсы. Тик хәл ителмәгән мәсьәләләр борсор. Иң мөһиме – башҡаларҙың бәхәсенә ҡыҫылмағыҙ: ике яҡ та һеҙгә ҡаршы төшөүе ихтимал. БУҒА Бар нәмә һеҙгә тырышлыҡ аша киләсәк. Бушты көтөп ултырмағыҙ, килмәйәсәк. Шәхси яҡтан уңышлы мәл, парһыҙҙар өсөн яңы танышыуҙар булыуы ихтимал. Шуға күрә быға әҙер, үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. ИГЕҘӘКТӘР Йән-тән һаулығын хәстәрләү, һөнәри оҫталыҡты арттырыу аҙнаһы. Бының өсөн теүәллек, аныҡлыҡ талап ителә. Эштә лә иғтибар кәрәк, хеҙмәттәштәрегеҙ менән һүҙгә килешмәҫкә тырышығыҙ. ҠЫҪАЛА Һығымта яһай торған мәл. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, сәбәпте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Яңы пландарҙы тормошҡа ашырырға һеҙ әлегә әҙер түгел. АРЫҪЛАН Үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура киләсәк. Мәҫәлән, яңы етәксе килгән икән, уға оҡшар өсөн эштәге тырышлыҡ ҡына етмәйәсәк. Ғаиләгеҙ менән булырға ла онотмағыҙ, улар һеҙҙең иғтибарға мохтаж. ҠЫҘ Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырығыҙ. Был һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡ: яңы вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Хрон