“Бер-береңде хөрмәт-ихтирам итеү, уңыштарға көнләшмәү зарурлығы хаҡында күп әйтелә, яҙыла. Ләкин тормош үҙе ғәҙел булһын ине лә бит: кемдер ыҙа сигеп көн итһә, икенселәр рәхәтләнеп йәшәй. Ошондай шарттарҙа нисек инде бер-берең менән татыулыҡҡа ынтылырға, күҙҙе йомоп, көнләшеүгә юл ҡуймаҫҡа мөмкин? Ғөмүмән, тормоштағы ғәҙеллек тураһында Исламда ниҙәр әйтелә?” Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына диндарҙарыбыҙҙың һүҙҙәренә, дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ. Исламда әйтелеүенсә, донъяла бөтөн нәмә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙеллеге менән тигеҙ, тоғро хәрәкәт итә. “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хоҙай ҡаршыһында ғәҙел шаһитлыҡ ҡылыусы булығыҙ, – тиелгән “Маиҙә” сүрәһендә. – Кешеләргә ҡарата нәфрәтегеҙ насар юлға алып бармаһын. Ғәҙел булығыҙ, был һыҙат тәҡүәлеккә яҡын”. Тимәк, бөтөн эштә, һәр хәл-ваҡиғала дөрөҫ фекергә килеп, тоғро юл табырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һәр нәмә үлсәүгә һалынған. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Сөләймән ғәләйһи