Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Физкультурниктар көнөндә Өфөлә күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үтә

11 августа Өфөнөң “Нефтсе” стадионында балалар һәм өлкәндәр өсөн футбол турнирҙары үтәсәк. Улар республика халҡын һәм ҡунаҡтарын сәләмәт һәм спорт тормошона йәлеп итеү, шулай уҡ төбәктә футболды пропагандалау һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Турнирҙан тыш, “Өфө” футбол клубы футболсылары оҫталыҡ дәресе уҙғара. Шулай уҡ был көндәрҙә республиканың баш ҡалаһында Өфө Хакимиәте башлығы Кубогына XII йәйге Корпоратив уйындар үтәсәк. Йола буйынса ярыштар “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы, 32,34-се спорт мәктәптәре майҙансыҡтарында ойошторола. Уйындар программаһына мини-футбол, баскетбол 3х3, волейбол (пляж), бадминтон, еңел атлетика эстафетаһы, арҡан тартыу инә. Дөйөм иҫәптә һәм спорттың айырым төрҙәре буйынса призлы урын алған командалар ҡаланың Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнә. – Спорт һәм һаулыҡ көнө уңайынан һеҙҙе республикабыҙҙың баш ҡалаһында үтәсәк спорт сараларына саҡырабыҙ. Һәр муниципалитетта Физкультурник көнөнә арналған спорт саралары үткәреләсәк. Маҡсатыбыҙ: төбәктә спортҡа булышлыҡ итеү һәм сәләмәт быуын үҫтереү! – тине Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә үтә һәм физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡ өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Спорт министрлығы.