Дүртөйлө районында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы ҡатын тыуған ауылында маникюр кабинеты асыу тураһындағы бизнес-идеяһы менән уртаҡлашҡан. “Оҙайлы йылдар бөҙрәхана эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәм һәм үҙемдең клиент базам бар. Сәс ҡырҡыу һәм буяу кеүек хеҙмәттәр бик популяр. Әммә һуңғы ваҡытта мин тырнаҡ сервисы һәм дизайн хеҙмәттәренә һорауҙың артыуын күрҙем, шуға күрә үҙемдең маникюр кабинетын асырға ҡарар иттем”, – тип билдәләне үҙмәшғүл. Осрашыу инициаторының буласаҡ маникюр кабинеты өсөн яраҡлы бинаһы бар. Хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең береһе – кәрәкле ҡорамалдар һәм эш өсөн инвентарь һатып алыу. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов Әсән ауылында йәшәгән ҡатынды иғтибар менән тыңланы һәм тейешле бүлексәләргә кәрәкле мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡушты. Әгәр һеҙ шулай уҡ маҡсатҡа ынтылыусан һәм үҙ бизнесығыҙҙы асыу идеяһы менән янаһығыҙ икән, “Эшҡыуар сәғәте”ндә ҡатн