Һуңғы йылдарҙа республикала умартасылыҡҡа иғтибар йылдан-йыл арта бара. Башҡорт балы донъя баҙарын яулай, уның даны һәм шифаһы хаҡында сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Төркиәгә йәнә ял итергә барғанда, отель гидтарынан түгел, урамдағы гидтарҙан төрлө ерҙәргә экскурсияларға тур ҡарайбыҙ. Беҙҙең башҡортса һөйләшкәнде ишетеп, төрөктәр ҡайҙан икәнлегебеҙҙе һорай. “Башҡортостандан!” тигәнде ишетеп: “Бал алып килмәнегеҙме, теләгән экскурсияны бушлай бирәбеҙ”, тимәһендәрме?! Аптырап та, ғорурланып та ҡуйҙыҡ. Их, белгәндә үҙебеҙ менән аҙыраҡ бал алыр инек тигән үкенес менән турҙар һатып алдыҡ. Быны ни өсөн яҙаммы, сит илдәрҙә лә башҡорт балын белеүҙәрен, уны һорауҙарын ғына еткергем килде. Шулай уҡ Абхазияға барғанда, Рица күленә, Сталин дачаһына йәнә экскурсия һатып алдыҡ. Юл ыңғайында төрлө шараптарын да, балдарын да тәмләтеп, тиҙерәк һатып алһындар тигәндәй алып баралар. Бал йортона туҡтағанда, хужа шунда уҡ ҡысҡырып: “Башҡортостандан бармы?” – тип һораны. “Бар, беҙ!” – тибеҙ. “Һеҙҙең үҙеге