Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө

Йылайыр районында йәшәүсе Орхоя Ильяс ҡыҙы Таһирова быйыл йәй айында 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Утты-һыуҙы кискән, һикәлтәле тормош юлында һынмаған Орхоя Ильяс ҡыҙы бөгөн матур ҡартлыҡ кисерә. Балалары һәр ваҡыт әсәләре эргәһендә, уны матур итеп ҡарайҙар. Инәй бөтә ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен, тыуа-тыуасарҙарын исемләп, кемеһенә нисә йәш булыуын белеп һөйләп ултыра. Илдә барған үҙгәрештәр, яңылыҡтар тураһында ла хәбәрҙар. Орхоя Ильяс ҡыҙының тормош юлы ябайҙарҙан булмай. Бер бы­уатлыҡ ғүмер юлында ниҙәр генә кисермәгән дә, ниндәй генә хәлдәр­гә шаһит булырға тура килмәгән уға. Байғужа ауылының хөрмәтле ағинәйе, тыл һәм хеҙмәт ветераны, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Орхоя Таһирова 1923 йылда Хәйбулла районының Ғәлекәй ауылында Нәзифә менән Ильяс Дәүләтовтарҙың ғаилә­һендә беренсе бала булып донъяға килә.Аталары бик белемле кеше була. “Чапаев” колхозында хисап эштәрен алып бара, аҙаҡ Аҡъюл ауыл советы рәйесе вази­фаһын башҡара. Ғаилә ҡороп, шулай матур ғына йәшәп ятҡанда һөйөклө ҡатыны бәпәй тапҡанда мәрхүмә булып ҡала. Ике бәләкәй бала – ҡыҙҙары Орхоя менән улдары Иҙрис етемлеккә дусар ителә. Ҡыҙы Фирҙәүесте эйәртеп кил­гән үгәй әсәйҙәре, бәхеткә күрә, һәйбәт була: балаларҙы йәбер­ләмәй, үҙенекеләй күреп яратып үҫтерә. Район колхоздары буйлап ревизиянан-ревизияға йөрөгән атаһының донъяһын көткән яҡшы ҡатын да була ул. 1933 йылдарҙа атаһын Ҡашҡарға хисапсы итеп күсерәләр һәм Орхоя инәй ошонда башланғыс белем ала. 1937 йылда ғаилә башлығын тағы ла Аҡъюл ауыл советына күсергәс, улар үҙ төйәгенә ҡайта, әммә, күп тә үтмәй, шул уҡ йылдың авгусында атай­ҙары репрессияға эләгә... Ошо ваҡыттан атай менән бәйләнеш­тәре өҙөлә, аҙаҡ асыҡланыуынса, ул Өфө төрмәһенең штраф батальонына, ә унан һуғышҡа ебәрелә. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, яу яланында һәләк булып ҡала... Һуғыш тамамланғас, атайҙарының исеме аҡлана, әммә һуң була инде... Һуғыш тамамланып, илгә Еңеү килгәс, Орхоя инәй мөхәббәтен осрата. Шәмсетдин ауылы егете Әбдрәхим менән бер күреүҙән ғашиҡ булыша улар. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар булһа ла, йәш ғаилә тырышып донъя көтә. Һабыр урмансылығында хеҙмәт юлын башлайҙар: ғаилә башлығы урмансы була, инәй төрлө эштә йөрөй, урман ҡырҡыусыларға аш-һыу ҙа бешерә. Шуныһы йәл: Орхоя инәй иртә тол ҡала, һигеҙ баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән өлкән ҡыҙы Зәкиә әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнә, үҙенән кесе туғандарын уҡытырға, уларға туйҙар үткәрергә ярҙам итә. Әйткәндәй, Зәкиә Әбдрәхим ҡыҙы ғүмер буйы Йылайыр ауылында йәшәй һәм сауҙа тармағында эшләй. Улы Таһир ҙа яҙмышын ошо ауыл менән бәйләй, белем биреү системаһында хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа район хакимиә­тенең бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге белгесе була. Ҡыҙы Зөһрә баш ҡалалағы дауахана­ларҙың береһендә шәфҡәт туташы йөгөн тарта, Зөбилә Сәлим ауылында төпләнә һәм һауынсы эшен һайлай. Улы Юнир Сидоровка ауылында йәшәй, урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын намыҫлы башҡара. Ҡыҙы Әлфиә лә ғүмерен мәғариф өлкәһе менән бәйләй. Дамир улы Сибай ҡалаһында йәшәй һәм бар ғүмерен стоматолог һөнәренә бағышлай. Кесе улы – шәхси эшҡыуар. Инәһе көслөнөң күсе ҡеүәтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Таһиров­тар­ҙың балалары береһенән-береһе уңған булып буй еткерә. Бөгөн, үҙҙәре олатай һәм өләсәйҙәр булып етешһәләр ҙә, әсәләре өсөн өҙөлөп тора улар. Бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм булып йәшәйҙәр. - Гөлгөнә ТАҺИРОВА Йылайыр районы