Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелгән сара, Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы, халыҡты физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу өсөн ойошторолдо. Республика райондарында һәм ҡалаларында, шулай уҡ белем усаҡтарында баскетболға етди иғтибар бүленә. Балалар ҙа үҙҙәренең һәләтен Башҡортостандың Баскетбол федерацияһы үткәргән мәктәп баскетбол лигаларында күрһәтә. Дүртөйлө ҡалаһындағы баскетбол майҙансығында иһә 12 команда осрашты. Уйындар ҡыҙыу, етеҙ һәм “балдаҡ” эргәһендә даими “ут төртөү” менән айырылып торҙо. Тик, командалар нисек кенә ныҡ тырышмаһын, беренсе урын бер төркөм уйынсыларға ғына бирелә. Был юлы “Моллар” командаһы иң көслөһө булып сыҡты. – Баскетбол еңел спорт уйыны түгел. Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышанырға һәм һәр ваҡыт алға ынтылырға кәрәк. Бына ошо ябай ғына хәҡиҡәт еңеү килтерә лә, – ти беренселек яулаған баскетболсылар. Ҡыҙҙар араһында үткәрелгән ярыштар ҙа бик йәнле барҙы. Быйыл “СКМ” командаһына тиңдәр табылманы. – Бөг