Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сәләмәт тормошҡа ынтылыш бала саҡтан

Бөгөн баскетбол яратмаған кеше бик һирәктер. Ул – тотош донъяла ҙур танылыу яулаған спорт төрө. Ә был күренештең төп сере нимәлә һуң? Баскетбол ябай уйын түгел. Ул үҙенә күрә йәшәү рәүеше. Был спорт төрө кешелә сәмселлек, етеҙлек, аныҡлыҡ кеүек һыҙаттарҙы тәрбиәләй һәм команда менән бергә эшләү серҙәренә өйрәтә. Тағы баскетбол төрлө йәштәгеләрҙе һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштереү ҡеүәтенә эйә, сөнки спорт майҙансығында барыһының да хоҡуғы тиң. Бында кем – уҡыусымы, студентмы йәки хеҙмәткәрме – булыуың мөһим түгел. Иң мөһиме: бер командала уйнай, уртаҡ тел таба белергә һәм матч ваҡытында спорт майҙансығында осраған төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тейешһең. Бөгөнгө геройым Дияз Миңлейәров бәләкәстән баскетбол менән мауыға. Тренеры – Зөлфиә Асҡарова. Дияз кеүек ҡустыһы Малик та ошо спорт төрө менән дуҫ, тағы футболды үҙ итә. Ағайҙарына эйәреп, бәләкәй ҡустылары – дүрт йәшлек Кәрим дә туп менән уйнарға әүәҫ. Малайҙар Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Дилә менән Рөстәм Миңлейәр

Бөгөн баскетбол яратмаған кеше бик һирәктер. Ул – тотош донъяла ҙур танылыу яулаған спорт төрө. Ә был күренештең төп сере нимәлә һуң? Баскетбол ябай уйын түгел. Ул үҙенә күрә йәшәү рәүеше. Был спорт төрө кешелә сәмселлек, етеҙлек, аныҡлыҡ кеүек һыҙаттарҙы тәрбиәләй һәм команда менән бергә эшләү серҙәренә өйрәтә. Тағы баскетбол төрлө йәштәгеләрҙе һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштереү ҡеүәтенә эйә, сөнки спорт майҙансығында барыһының да хоҡуғы тиң. Бында кем – уҡыусымы, студентмы йәки хеҙмәткәрме – булыуың мөһим түгел. Иң мөһиме: бер командала уйнай, уртаҡ тел таба белергә һәм матч ваҡытында спорт майҙансығында осраған төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тейешһең. Бөгөнгө геройым Дияз Миңлейәров бәләкәстән баскетбол менән мауыға. Тренеры – Зөлфиә Асҡарова. Дияз кеүек ҡустыһы Малик та ошо спорт төрө менән дуҫ, тағы футболды үҙ итә. Ағайҙарына эйәреп, бәләкәй ҡустылары – дүрт йәшлек Кәрим дә туп менән уйнарға әүәҫ. Малайҙар Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Дилә менән Рөстәм Миңлейәровтарҙың ишле ғаиләһендә шулай бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫә. – Спорт менән шөғөлләнеү һәр кемгә физик һәм рухи үҫеш өсөн кәрәк, – ти Дияз. – Баскетбол уйнарға яратам, футбол да оҡшай. Икеһе лә – команда менән бергә уйнай торған спорт төрҙәре. Ә күмәкләп уйнағанда бер-береңә терәк булыу, бергәләп еңеү өсөн ынтылыш көслө. Дияз быйыл Өфө фән һәм технологиялар универ­ситетының авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетының беренсе курсын тамамлаған. Кесе йәштән ул, спорт менән бер рәттән, мәҙәниәткә ғашиҡ – “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Егет, сығарылыш төркөмөнән булһа ла, төрлө концерттарҙа сығыш яһауын дауам итә. Былтыр “Бөйөк дала рухы” бейеүен клип итеп төшөрөүҙә ҡатнашҡан. Айһылыу НИЗАМОВА