Дебальцевоға яҡынлашҡан һайын хәрәкәт күбәйә бара. Бар ерҙә лә хәрбиҙәр. Йыраҡта ҡапыл ҡара төтөн күренде. Беҙ барыбыҙ ҙа тигәндәй һиҫкәнеп киттек. Ни тиһәң дә, һуғыштың беренсе һөрөмө бит. Ни яна икән? “Шаман” да ҡарап ҡуйҙы. Тыныс ҡына: – Тағы ла "прилет"мы инде, улай тиһәң, тауышы булманы. Светлогорск яғында йыш була шартлауҙар. Халыҡ тип тормайҙар... Квадрокоптер ебәргәндәрҙер, төтөнө ҡуйы-ҡара, соляркаға оҡшаған, – тип ҡуйҙы. Һөйләшеп килгәндә елкә түбәгә тейерлек һикертмәктәрҙе лә һиҙмәй киләбеҙ. Улай тиһәң, Вәдүт Валераға бер туҡтауһыҙ иҫкәрмә яһап тора: “Һағыраҡ бар”, “Мискәләр түгел, кешеләр – салонда, онотма”, “Һынған күсәр менән нисек ҡайтырбыҙ икә-ән”... Рулдә лә еңел түгел. Валера маңлайындағы тирен һөртә лә Рөстәм машинаһына эйәреүен дауам итә. Уныһы бәйҙән ысҡынған эт кеүек саба ғына. Бында яй ҙа йөрөргә ярамай шул. Ни тиклем шәберәк – шул тиклем хәүефһеҙерәк. Ун көнлөк сәфәребеҙҙә бер генә машинабыҙ ҙа боҙолманы, тәгәрмәстәр ҙә тишелмәне, күсәр ҙә һынманы. Водителдәреб