Дебальцевоға яҡынлашҡан һайын хәрәкәт күбәйә бара. Бар ерҙә лә хәрбиҙәр. Йыраҡта ҡапыл ҡара төтөн күренде. Беҙ барыбыҙ ҙа тигәндәй һиҫкәнеп киттек. Ни тиһәң дә, һуғыштың беренсе һөрөмө бит. Ни яна икән? “Шаман” да ҡарап ҡуйҙы. Тыныс ҡына: – Тағы ла “прилет”мы инде, улай тиһәң, тауышы булманы. Светлогорск яғында йыш була шартлауҙар. Халыҡ тип тормайҙар... Квадрокоптер ебәргәндәрҙер, төтөнө ҡуйы ҡара, соляркаға оҡшаған, – тип ҡуйҙы. Һөйләшеп килгәндә елкә түбәгә тейерлек һикертмәктәрҙе лә һиҙмәй киләбеҙ. Улай тиһәң, Вәдүт Валераға бер туҡтауһыҙ иҫкәрмә яһап тора: “Һағыраҡ бар”, “Мискәләр түгел, кешеләр – салонда, онотма”, “Һынған күсәр менән нисек ҡайтырбыҙ икә-ән”... Рулдә лә еңел түгел. Валера маңлайындағы тирен һөртә лә Рөстәмдең машинаһына эйәреүен дауам итә. Уныһы бәйҙән ысҡынған эт кеүек саба ғына. Бында яй ҙа йөрөргә ярамай шул. Ни тиклем шәберәк – шул тиклем хәүефһеҙерәк. Ун көнлөк сәфәребеҙҙә бер генә машинабыҙ ҙа боҙолманы, тәгәрмәстәр ҙә тишелмәне, күсәр ҙә һынманы. Водителдәребеҙ һынатманы: үҙҙәрен дә, “танк”тарын да ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, алға елеп, тәғәйен нөктәгә етеп, урап ҡайтыу маһирлығын күрһәтте. Ике блокпосты үттек. Тәүгеһендә “Шаман”ға честь биреп кенә ҡалғайнылар, бындағы поста туҡтаттылар. Ентекләп паспорттарҙы ҡаранылар. Яҙыусылар, журналистар, тигәс, берәүһе, сал сәсле өлкән йәштәге абзый, көлөмһөрәп, “братья по перу” тип ҡуйҙы. Алдағы ҡуйы төтөн беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырҙы. – Нимә яна ул? Һонтор ғына бер хәрби теләр-теләмәҫ кенә: – Нимә булһын, шашлыҡ бешерә башланылар, – тип кенә ҡуйҙы. Аңлауыбыҙса, “Вагнер” яугирҙәре, башҡаларҙан үтә ҡырыҫ булыуҙары һәм нисектер үҙҙәрен өҫтөн ҡуйғандары һиҙелеп тора. Поста шулай булырға кәрәктер ҙә, кем белә. Беҙ барасаҡ М.-ка ҡасабаһы алғы һыҙыҡтан 10 саҡрым ғына алыҫлыҡта. Вәдүт ҡапыл ҡоҙаһын иҫкә төшөрҙө: – Минең ҡоҙа һеҙҙең батальонда, алғы һыҙыҡта буғай ул, күреп булмаҫтыр инде. – Кем ул? – “Реша”. “Шаман” рацияһын тоҡандырып, “Реша”ның ҡайҙа булыуын асыҡларға ҡушты. Алғы һыҙыҡҡа көндөҙ үтеп булмай, тип аптыратты “Шаман”. Күктә “укроп”тарҙың күҙәтеү объекттары көн буйы әйләнә икән. Сит машинаны йә башҡаһын күреү менән шартлаталар. Беҙҙекеләр ҙә шулай уҡ инде. Шуға төнөн генә инәләр. Машиналарҙың фарын һүндереп кенә. Таңғы ике-өстәрҙә. Мин әлегә быны күҙ алдына бик килтерә лә алмайым. Бер биш минуттан ҡоҙаны таптылар. Ул беҙ барасаҡ ауылдың ситендә икән, алғы һыҙыҡтан сыҡҡандар. – Күрешәсәкһегеҙ, – тине “Шаман”. Беҙгә рәхәт булып китте. – Ә мин миндек алып килмәнем, иҫәр, – тип көлә Вәдүт, үҙенең күҙҙәре янып китте. – Ниңә миндек? – Алып килерһең әле, үҙебеҙҙең миндекте еҫкәп бер сабынырға ине, тигәйне. – Ҡыуанғаны йөҙөнә сыҡты дуҫымдың, хатта машинаның нисек елгәненә лә иғтибар бирмәй башланы. – Алғы һыҙыҡта былай ҙа сабындырғандарҙыр, – тип ирония менән йылмая “Шаман”. Бер аҙ тынлыҡтан һуң өҫтәп ҡуя. – Ҡайтҡас, барыһы ла... Һелкенә-һелкенә килә һүҙҙе дауам итәбеҙ. – Урындағы халыҡ нисек ҡабул итә һеҙҙе? – Төрлөһө бар. Яратмағандары ла етерлек, шулай ҙа ихлас ҡабул иткәндәре күберәк. Улар һуғыштан арыған, тыныс тормош теләй. Кем теләмәй инде? Халыҡ быйыл йәй ныҡлап ҡайта башланы. Магазиндар, кешеләр күҙгә күренеп күбәйҙе. Ышанмаһалар, ҡайтырҙар инеме? Хәҙер үҙегеҙ һорарһығыҙ. Командирҙы һорауҙар менән ялҡытып та бөтәбеҙҙер. Ул беҙҙе ихлас тыңлай ҙа ентекләп яуап бирә. Сая егетебеҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында иҫкә алам. – Ул үлгән дошман һалдатының формаһын систереп кейеп ала ла дошман яғына сығып китә. Бер аҙна ҡурҡмай дошмандар менән окопта йәшәй. Унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламай, кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр, тип һөйләгән ул дуҫтарына. Наемниктар бит инде. Ысынлап та шулаймы икән? – тип һорайым “Шаман”дан. – БТР урлаған батыр егетме ни?! Беҙҙең батальондан булмағас, уның үҙен күреп белмәнем, эйе, батырлыҡтары хаҡында ишеткәнем булды. Наемниктар бар, әлбиттә. Рациянан полякса һөйләшкәндәре йыш ишетелә. Егеттәр, окоптарынан уларҙың инглиз, поляк, ғәрәп телдәрендә аралашҡаны ишетелеп тора, тиҙәр. Ҡара тәнлеләрҙе лә күргәндәре бар. НАТО-ға ҡаршы һуғыш бит, аңлашыла. Рәсәйҙең рәсми баҫмалары мәғлүмәттәренә ҡараһаң, махсус операция башланғандан алып Украина хәрби көстәре яғында хәрби хәрәкәттә 84(!) илдән 12 меңгә яҡын сит ил ялланыусы хәрбиҙәре йәғни наемниктары ҡатнашҡан, әле лә ҡатнаша. Шуларҙың яртыһы юҡ ителгән. М.-ка ҡасабаһына инәбеҙ. Ингән урында ҡасандыр өс түңәрәк тимергә нимәлер яҙылған булған. Бәлки, “Рәхим итегеҙ” тигән яҙыуҙыр. Уныһы тутығып төҫһөҙләнгән. Тик бер аҡыллы баш – беҙҙең яҡташ – уны үҙенсә биҙәгән. Алғы һәм артҡы түңәрәктәрҙең – уртаһынан, урталағыһына арҡыры аҡ һыҙыҡ һыҙған. Нимә килеп сыҡҡан, эйе: ӨФӨ! Һалдат фантазияһынан ҙурыраҡ һәм баш етмәҫ хыял бармы ни донъяла?! Күңелгә рәхәт булып китте, әлбиттә. Шулай ҙа баш ҡалабыҙ, әйҙә, үҙ урынында ҡалһын, әйҙә, шунда ғына сәскә атһын. Ҡәҙимге ҡасаба, күп ҡатлы йорттар һирәк күҙгә ташланды, күпселектә бик ҙур булмаған өйҙәр. Кешеләр ҙә бер ни булмағандай йөрөй, күптәре велосипед атланған. Хәрбиҙәр машинала саба, БПМ-дар үтеп китә. Һәр кем – үҙенең айырым донъяһында, яҙмыштар беҙҙең киҫешмәй, тигән кеүек йәшәгәндәй күренә. Хәрбиҙәр урындағы халыҡҡа ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша буғай. Ауыл кешеләре лә, һеҙҙә минең эшем юҡ, тигәндәй, үҙ хәстәре менән йәшәгән төҫлө. Был тәү ҡарашҡа ғына шулай икән. Беҙ урамдар аша үтеп, бер йорт алдында туҡтайбыҙ. Бында беҙҙең штаб, ти рота командиры урынбаҫары. Беҙ аптырап китәбеҙ. Ҡайҙа окоп, ҡайҙа блиндаж? “Шаман” аңлата: яуҙан сыҡҡан һалдаттар ял итә, “йөҙөнсө”ләр бында дауа ала. Буш торған өйҙәрҙе урындағы халыҡ та тәҡдим итә икән. Өйҙәр бында ҙур түгел, бер нисә бүлмәле булһа ла, тәпәштәр. Саман өйҙәр күп. Үҙ ҡулдары менән кирбес һуғылғандар йәғни. Уңарсы булмай “буханка” килеп туҡтаны. Ике әзмәүерҙәй егет сыҡты. Бик етди ҡиәфәтлеләр. Барыбыҙ ҙа ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Тәьминәт буйынса взвод командиры икән. Позывнойы ҡыҙыҡ – “Йырсы”. – Бар һалдаттарҙың кәйефе лә, күңел торошо ла “Йырсы”ға бәйле. Һалдаттарҙы ашатыу-эсереү, кейем-фәлән табыу, ГСМ, ҡорал-боеприпастарҙы ваҡытында еткереү – оло яуаплылыҡ бит ул. Бик етди мәсьәлә был. Уның эште аңлап башҡарыуы, белеп таратыуы, подразделениеларҙың бар йәһәттән дә тәьмин ителеүе һоҡланғыс, – “Шаман” егеттәрен ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ала. Уларҙы үҙ иткәне күренеп тора. – Ә нишләп “Йырсы”, ашнаҡсы түгел? – тип һорайым. Үҙ-ара серле генә йылмайып ҡуйҙылар. “Шаман” бер аҙ торғандан һуң: “Эшен йырлап башҡарғаны өсөн”, – тип ҡуйҙы. Эдуард һәр ваҡыттағыса, фотоға ла төшөрөп өлгөрә, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауын да еткерә. – Эйе, тулы ҡанлы тормош менән йәшәү һәм эшләү өсөн һәм, әлбиттә, ҡәҙерле ваҡыттарын үҙҙәренә ҡағылмаған мәшәҡәттәр менән үткәрмәһен өсөн, хәрби шарттарҙа һәйбәт туҡланыу, башҡа тәьмин итеү мәсьәләләре тейешенсә кимәлдә ойошторолорға тейеш, – тип рәсми төҫ һалып көйләп алып китте “йырсыбыҙ”. Әйтерһең, алдан әҙерләнеп килгән. Улай тиһәң, бында һәр осрашҡан, һөйләшкән һалдатмы, командирмы миңә телдәр кеүек күренде. Уныһы уларҙың ихласлығынан һәм дә яңы яҡташына эс-бауырын сискеһе килгәндән дә килә торғандыр. – Красный Лучтағы логистик үҙәктән дүрт көнгә бер тапҡыр аҙыҡ-түлек, һыу алып киләбеҙ. Аҙыҡ-түлек Оборона министрлығы линияһы буйынса ла, гумконвой менән дә килә. Туҡланыу мәсьәләһендә проблема юҡ. – Алғы һыҙыҡтарға ла бараһығыҙмы? – Әлбиттә, ҡайнар аш әҙерләйбеҙ ҙә ялан стационар кухняһы менән сығабыҙ. Боеприпастар илтәбеҙ. – Хәтәр икә-ән. – Егеттәрҙе ас ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Биш ашнаҡсыбыҙ бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе... Бахмут янында, – “Йырсы” бер аҙға тымып ҡала. – Отделение командиры, позывнойы “Колыван” ине... һәләк булды. “Буханка” минаға “баҫты”. Өлкән ашнаҡсы “Кипиш” яраланды. Алғы һыҙыҡта “укроп”тарҙың, егеттәрҙе ас ҡалдырып, рухын һындырыу ниәтенән, ошо ялан кухняларына айырым һунар ойошторған саҡтары ла булған. Унан һуң – ә беҙҙә нисек, эйе, астың асыуы яман, – киреһенсә, икеләтә батырҙарса һуғышалар икән егеттәр. Үлгән ашнаҡсыларҙың үсен ҡайтарыр өсөн. Йәл, әлбиттә, аш менән килгәнгә таш менән атма, тиҙәр ҙә бит, уртаға ярылған ҡаҙан эргәһендә аунап ятҡан, ҡулында автомат түгел, сүмес булған, аҡ алъяпҡыс таҡҡан бер гонаһһыҙ егеттәрҙе күҙ алдына килтерәм дә ҡыйын булып китә. Асыу-нәфрәткә атланып, дошман өҫтөнә ташланғы килә... Бер аҙ тынлыҡтан һуң һүҙҙе дауам итәбеҙ. – Менюға нимәләр инә? – Өс тапҡыр ашатабыҙ. Мәҫәлән, бөгөн иртән – майлы дөгө бутҡаһы, көндөҙ – щи менән макарон, кискеһен ҡарабойҙай бутҡаһы, ҡушып ит, тушенка бирәбеҙ. – Ә күңел өсөн, әйтәйек, алма, кәнфит? – Һалдаттар йыш ҡына ҡорот, бал һорай. Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор йыш ҡына уларҙы алып килә. Ҡорбан ғәйетендә һарыҡ һуябыҙ. Тәмлекәстәр ҙә була. Һалдаттар сәй, ҡәһүә, һөт, кәнфитһеҙ торғаны юҡ. – Бәлеш һораусы бармы? – тип көлә Эдуард. – Бөтәһе лә өйҙә бешкән һалма, бишбармаҡ, бәлеште теләйҙер ҙә бит... Уныһы еңеп ҡайтҡас, байрам өҫтәлендә булыр. Байрам тигәндән, декабрь айында Яңы йыл алдынан Радий Фәритович ҙур тантана эшләне, милли аш-һыу менән бергә йырсылар алып килде. Шул тиклем күңелебеҙгә рәхәт булып ҡалды. “Һөттә – һаулыҡ, майҙа – бәрәкәт, иттә – көс” тигән кеүек, һәр ҡалаҡ аш беҙҙең һалдатта, аяҡҡа баҫтырып, ҡеүәт биреп, ҡанат үҫтерһә, ә йыр – йөрәк асҡысы, рухты күтәрә, дошмандан үсте лә ҡандыра торған иң ныҡлы ҡорал да. Шуға һалдаттар тыуған ерҙәренән килгән һәр кешегә, һәр сәләмгә, һәр ярҙамға бик рәхмәтлеләр ҙә. – Был беҙҙең “Дикий”. Старшина. 23 йәштә генә булһа ла, өлкән ағайҙарына етәкселек итә. Бик тәртип ярата, талапсан. Абруйы ҙур, – тип таныштыра тулы кәүҙәле артыҡ буйсан булмаған егет менән “Шаман”. “Дикий” тигәс, Эренбургтың эссеһындағы юлдар – “...Дон далаларында беҙ башҡорт ҡәбиләһенә ингән ҡырағай, әммә ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ” – иҫкә төшә лә эстән генә көлөп ҡуям. “Ҡырағай” яугирҙе мин тәү күреүҙән үк “Салауат Юлаев” кинофильмында уйнаған Арыҫлан Мөбәрәковҡа оҡшаттым. Бөркөт ҡарашлы, киң яурынлы. Күҙҙәрендә шулай уҡ сабыйҙарса баҫалҡылыҡ, бер аҙ оялсанлыҡ та бар кеүек. – “Дикий” – ҙур хәрби начальник була торған яугир, бик ышаныслы, ҡурҡыу белмәй, – тип һүҙгә ҡушыла “Йырсы” ла. Был шәп егет менән ситкәрәк китеп үҙебеҙҙең телдә һөйләшәбеҙ. Ғәҙәттә, эшкә шәп, яуҙа ҡурҡыу белмәҫ йәндәр һүҙгә бик әүәҫ булмай бит. Һөйләшә-һөйләшә шулай ҙа асылды егетебеҙ. Ул үҙе Ишембай яғынан. Шайморатов батальоны барлыҡҡа килгәндән бирле ул бында. Тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Әрме хеҙмәтендә булған. – Бында булыуым менән ғорурланам. Илемде һаҡларға тип килдем. Атай-әсәйем дә минән ҡәнәғәт. Әлбиттә, борсолоп та торалар инде, – тине ул. – Үҙеңде бик маҡтайҙар, был ҡайҙан килә? “Мөбәрәков” бер аҙ уйланып торҙо ла, мине бик аптыратып, яуап бирҙе: – Просто, Тыуған илде, тыуған ерҙе ныҡ яратырға кәрәк. – Һуғышта дуҫың, яҡының үлә. Йөрөй-йөрөй быға һин өйрәнәһеңме? – Юҡ, улай булырға тейеш түгел дә, шулай ҙа өйрәнергә була, – ауыр уфтаныу. – Ҡурҡыныс хәлдәргә тарығаның булдымы? Үкенесле мәлдәргә? – Иң беренсе тапҡыр ингәндә, сентябрь урталары ине, “обстрел”ға эләктек. Өс офицер булған блиндажға төштө снаряд. Уларҙы машинаға тейәп, табиптарға алып барып еткерә алманыҡ. Ҡулда үлделәр. Өсөһө лә. Тәүҙә адреналин, нисек тә ярҙам итәйем, тип уйлайһың, һуңынан... барыһы ла үткәс ҡыйын, ныҡ уйландыра. Шулай ҙа үлемгә, юғалтыуҙарға өйрәнергә ярамай. Ярамай. Улайһа, күңел ҡата. – Тәүге тапҡыр һөжүмгә барғанда ҡурҡтыңмы? – Ҡурҡыта тип, ҡаушап ҡалаһың инде. Тәбиғи тойғо, ҡул да ҡалтырай. Беҙҙә “ҡурҡмаған дүрәк тиҙерәк үлә” тиҙәр. Дыуамал аҙымдарҙан да һаҡлай ул ҡурҡыу. Тик дуҫтарыңды ҡапламай, илеңде һаҡламай артҡа ҡасһаң, был ҡурҡыу түгел, был – хыянат. Уныһы ярамай. – “Передовой”ға йыш сығаһығыҙмы? – Көн аша. Миномет подразделениеһындамын. БК, башҡаһын алып сығам. – Төнөн генә сығаһығыҙ бит, бронежилетта, каска, ҡараңғы... күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Рухи яҡтан әҙер булғас ҡына ҡуҙғалыу хәйерле. Унан бит яуаплылыҡ та бар: егеттәр алда һинән ҡорал көтә. Шәп нәмә шул ул яуаплылыҡ. Башҡорт яугирен тыңлап тиҙ генә бер һығымтаға киләм: киләсәктә еңеүгә беҙҙе өс шарт килтерәсәк – заманса шәп ҡорал, илгә ҡарата һөйөү һәм һәр һалдаттың үҙ эшенә яуаплылыҡ тойғоһо. – Нишләп һин улай “Ҡырағай” әле? – Мин хеҙмәтемде подразделениела ябай водитель булып башланым. Машинала ҡот осҡос шәп йөрөй инем. Тиҙлек тә хәтәр, ҡурҡмайым да. Ен арбаһы инде, ҡыҫҡаһы. Егеттәр “дикий водитель” тип йөрөтә башланы ла, шулай ҡалды инде. – Кәләш алып өлгөрҙөңмө һуң? – Юҡ әле. Оҙатып ҡалыусы булғайны ла, көтмәне... Нимә әйтергә лә белмәйем, йәшһең әле, табырһың, тигән булам. Иң мөһиме – иҫән ҡайт. Тормош бит. Шулай ҙа һалдаттың төп терәге ул тылда – һөйгән йәрендә. Был турала беҙгә Өфө егете “Грин” һөйләне. Ул – БТР водителе. Уның өс балаһы бар, 12, 9, 5 йәшлектәр. Октябрҙә ул өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Документтарҙы тикшергәнсе бер аҙ ваҡыт үтә, февраль етә, өс бала атаһы булараҡ уның бөтөнләй мобилизацияға эләгергә тейеш түгеллеге асыҡлана һәм кире ҡайтарып ебәрәләр. Тик бер нисә айҙан ул бында кире килә. Контракт төҙөй. – Февраль урталарында позицияла инек. Килделәр ҙә, “һеҙ уволены”, тинеләр. Аптырап киттем, нисек инде? Штабҡа килдем. Улар ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә хайран әле, тиҙәр. Кәйеф төштө, дуҫтар менән айырылғы килмәй, нисә ай бер туҫтаҡтан, бер ҡалаҡтан аша ла, һыуыҡ саҡта арҡа терәп ятҡан браттар. Шул ваҡытта уҡ ҡалырға тип уйлағайным, килеп сыҡманы. Не положено. Ҡатыныма ла аңлатырға кәрәк, мин бында ҡалам, тип кенә булмай бит инде. Ҡайттым. Ҡатыны балаларының атаһы ҡайтыуына бик һөйөнгәндер, әлбиттә. Ә һуңынан, яңынан китерен ишеткәс... Һин нимә, өс балаң бар, ҡайҙа бараһың тағы ла, тимәнеме икән? Яугир тыныс күңел менән өйҙә ултыра алмай. Егеттәрен төштә күрә, телефон аша һөйләшә. – Хәләлем менән ултырып, бар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләштек. Мин бындағы хәлдәрҙе, дуҫтарым, егеттәр хаҡында һөйләнем. Уларҙы һағыныуымды әйттем. Уларға ярҙам кәрәклеген дә еткерҙем. Һөйләшеү еңел генә барманы, әлбиттә. Бер нисә көн, хатта бер нисә аҙна барҙы. Бер-беребеҙҙе тыңланыҡ, үлсәнек, шунан ғына бер ҡарарға килдек. Бәхәс, ғауға кеүек нәмә булманы. Бик рәхмәтлемен уға. Иҫ киткес аҡыллы минең ҡатыным. Уға еңел түгел, беләм. Шулай ҙа, йорттоң йәне – әсәләрҙә, илдең ныҡлығы ирҙәрҙә икәнен аңлаған ҡатын-ҡыҙҙарға мин һәйкәл ҡуйыр инем. Өлкән балалары атаһының һуғыш тигән “эшкә” китеүен аңлай. Телевизорҙан был биләмәлә ни барғанын әсәйҙәре менән бергә ҡарап-ҡарап алалар икән. “Беҙҙең атай – герой”, – тип тә ебәрәләр, ти. Бында һәр кем – герой, улар дөрөҫ тә уйлай. Батырлыҡ, атай ҡаһарманлығы – балаларға бар ғүмерен данлар өлгө, мираҫ ул. Әсәйҙәрҙең сабыр ғына көтә белеүе лә оло батырлыҡ, тип тә өҫтәгем килә. – Контракт төҙөп был биләмәгә килергәме-юҡмы тип икеләнеп торған егеттәргә һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ? – тип тә һораныҡ. – Һүҙ ҙә юҡ, килеү-килмәү үҙҙәренән тора. Бында улай уҡ ҡурҡыныс түгел. – Серле генә йылмая. – Эш хаҡы буйынса бөтәһе лә дөрөҫ, түләүҙәр ваҡытында килеп тора. Әлбиттә, мин үҙем күҙәтеп бармайым. Тормош иптәшем ҡулында, ул, проблема юҡ, килеп тора, ти. Йәшәү, туҡланыу буйынса ла борсолаһы урын юҡ. Эйе, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең барыһына ла яҡшы түләүҙәр ҡаралған. Эш хаҡы айына 204 мең һумдан башлана, тиҙәр. - Мөнир ҠУНАФИН