Уңыш өлгөргәндә гуминлы ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланыу мөһим: йәшелсәләр файҙалы матдәләр (витаминдар, крахмал, каротин, пектиндар һ.б.) менән дә туйынһын, нитраттар ҙа йыймаһын. Уңыштың яҡшы һаҡланыуы ла кәрәк. Был маҡсаттарҙа фосфорға һәм калийға бай Гуми-Оми Осенний ашламаһы һәйбәт хеҙмәт күрһәтә. Йәй аҙағында үҫемлектәр туҡланыуға айырым талап ҡуя. Уларға, мәҫәлән, был ваҡытта азот кәрәкмәй. Азот күплеге үҫемлектәр өсөн зарарлы, йәшел массаны шәп үҫтереп, сирҙәргә бирешеүсәнлекте арттыра, йыйып алынған йәшелсәне һаҡлауҙы ҡыйынлаштыра. Ә фосфор, киреһенсә, был осорҙа мул булырға тейеш. Ул тамыр системаһын нығыта, сәскә атыуҙы һәм өлгөрөүҙе тиҙләтә. Фотосинтезды көсәйтеп, йәшелсәләрҙең өлгөрөүен тәьмин итә, шәкәрлелеген күтәрә. Үҫемлектәрҙең иммунитеты яҡшыра, емештәр һәм йәшелсәләр йыйып алынғас та яҡшы һаҡлана. Был осорҙа калий ҙа бик кәрәк, айырыуса бөрөләнеү, сәскә атыу һәм йәшелсәләр, емештәр башланыу мәлендә уның файҙаһы ҙур. Тупраҡта калий етерлек булһа, уңыштың сифаты ла, күләме лә арта. Калий емшәнләнеүгә ыңғай йоғонто яһай, микроэлементтарҙы үҙләштерергә ярҙамлаша, иммунитетты көсәйтә, ҡоролоҡҡа, һалҡынға, бәшмәк сирҙәренә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра. Бер йыллыҡ сәскәләргә лә күкрәп сәскә атып ултырыр өсөн калий кәрәк. Гуми-Оми Осенний ашламаһында был осорҙа баҡса үҫемлектәренә талап ителгән макро-, микроэлементтарҙың һәм органик матдәләрҙең бөтә тупланмаһы бар. Ул декоратив үҫемлектәргә лә, еләк-емеш культураларына ла яраҡлы. Унда азот концентрацияһы 1 проценттан артыҡ түгел, шунлыҡтан йәшелсәләрҙә һәм емештәрҙә нитраттар тупланмай. Шулай итеп, Гуми-Оми Осенний препаратын ҡулланыу түбәндәге һөҙөмтәләргә килтерә: l баҡсағыҙҙағы культураларҙың уңышы арта, l тупраҡтың уңдырышлылығы күтәрелә һәм структураһы яҡшыра, l үҫтерелгән йәшелсәнең, емеш-еләктең сифаты яҡшы була. Гуми-Оми Осенний урынына Гуми-Оми Фосфор һәм Гуми-Оми Калий ҡатнашмаһын (тиң күләмдә) ҡулланырға мөмкин. Татьяна КУЗНЕЦОВА, биология фәндәре кандидаты.