Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Болануттан сәй эшләнегеҙме?

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән билдәле замандашыбыҙ Рәхимә Мусинаның алтын ҡулдары нимә генә эшләмәй: күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр ҙә яһай, төрлө кейем-һалым да бәйләй, үлән сәйҙәре лә әҙерләй, ҡағын да ҡоя – барыһын да башҡара. Был юлы ул болануттан сәй яһау серҙәрен уртаҡлашты. “Былтыр үҙемдең емеш япраҡтарынан сәй яһау ысулдары менән таныштыра башлағас, бер нисә кеше боланутты нисек ферментлауымды яҙыуҙы һорағайны. Әммә уҙған йыл уны ҡырға сығып йыйыу мөмкинлегем булманы. Теләгем дә артыҡ юҡ ине, сөнки һатыуҙан алған боланут сәйе миңә бөтөнләй оҡшамағайны. Әммә кешеләр “үҙең яһағаны тәмлерәк була” тип ышандырғас, быйыл нисек тә тәжрибә яһарға форсат таптым. Баҡһаң, боланут ныҡ кәмемәй икән. Белмәгәс, бер тоҡ итеп тороп йыйғанмын, саҡ эш итеп бөттөм. Әгәр һеҙгә күп кәрәкмәһә, ҙурыраҡ бер пакет йыйһағыҙ ҙа етә. Тик сәскәһен, йәмһеҙләнгән аҫҡы япраҡтарын алмағыҙ. Ютубта иван-сәй әҙерләүҙең төрлө ҡатмарлыҡтағы йөҙләгән ысулын өйрәтәлар. Мин мәшәҡәте уртасараҡ булғанын һайланым, нисектер ошо ысул күңелемә ятты. Шулай итеп, үләнде банкаларға тыңҡыслап тултырып, бер тәүлеккә тәҙрә төбөнә ҡояшҡа ҡуйҙым (ете банка булды). Унан һорғоллана башлаған үләнде өлөшләп табаҡҡа бушатып, ҡул менән ҡамыр баҫҡан кеүек ныҡ итеп төйгөсләнем. Усҡа йомарлап тотҡанда бармаҡтар араһынан һуты ағып киткәндәй булһын. Унан ҡорот йомарлаған кеүек йомарлап, шул уҡ банкаларға бушаҡ итеп кире тултырырға ла шул килеш тағы бер тәүлек ҡояштан ышыҡ, йылы урында тоторға (минеке — өлкән кәстрүлдә, әммә банкала һәйбәтерәк ферментлана). Иң аҙаҡ ҡуйы йәшел төҫкә ингән боланутты киптерергә йәйеп һалдым. Даими рәүештә ойошҡан урындарын тағатып болғап торорға кәрәк. Кипкәс, йыуып ҡоротҡан әлеге банкаларға еңелсә төйгөсләп йыйып алдым (биш банка булды). Ысынлап та, үҙең эшләгән иван-сәй тәмле була икән! Сығышы көслө, тик оҙағыраҡ бешерергә кәрәк, ҡараһы ултыра-ултыра сыға. Миңә айырыуса болануттың массаһын һаҡлауы оҡшаны. Ҡарағат япрағын тауҙай итеп йыяһың — фер­ментлаһаң, кәпәстәй булып ҡала. Бынан һуң башҡа үләндәр менән мәшәҡәтлән­мәҫмен, тигән ҡарарға килдем. Быйыл әҙләп бәпембә, груша, алма, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын, клевер сәскәһен ферментлап ҡарағайным. Минеңсә, ысын сәйгә иң тартымы шулай ҙа — боланут!” Кәримә Усманова