Бөгөн, 11 августа, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе үтә. Уның барышында ете фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Уларҙа Башҡортостан Республикаһында Уҡытыусы һәм остаз йылына билдәләнгән сараларҙың үтәлеше, “Беренселәр хәрәкәте” балаларҙың һәм йәштәрҙең ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең үҫеше, “Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән эшмәкәрлек итеү буйынса советнигы” проектын тормошҡа ашырыу, берҙәм хәрби-патриотик тәрбиә системаһын булдырыу, урта һөнәри белем биреү тармағын үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ. Ошо айҡанлы БР мәғариф һәм фән министры Айбулат ХАЖИНға мөрәжәғәт итеп, педагогтар йәмәғәтселегенең мөһим ваҡиғаны ниндәй кәйефтә, ниндәй яңылыҡтар менән ҡаршылауы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. – Тиҙҙән, 1 сентябрҙә, Башҡортостан мәктәптәре яңы 2023/24 уҡыу йылын башлап ебәрәсәк. Мәктәп партаһына ярты миллиондан ашыу бала ултырасаҡ, уларҙың 54 меңгә яҡыны белем усаҡтары ишеген тәүге тапҡыр асасаҡ. Шула