Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы субсидия формаһында грант алыу өсөн конкурс һайлап алыуында ҡатнашып, еңеү яулаған мәктәпкәсә шәхси белем биреү ойошмаларының исемлеге менән таныштырҙы. 2020 йылдан мәктәпкәсә шәхси белем биреү ойошмаларында 1,5-3 йәшлек балалар өсөн бер мең өҫтәмә урын булдырылған. Был башланғыс “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Белеүебеҙсә, быйыл Башҡортостан Хөкүмәте шәхси балалар баҡсаларына 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә урын булдырыуға йүнәлтелгән гранттар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. – Ошо маҡсатта 123 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, шуларҙың 121 миллион һум самаһы – федераль ҡаҙнанан. Улар ойошмаларҙы уҡытыу-тәрбиә саралары менән йыһазландырыуға, шулай уҡ шәхси балалар баҡсалары белгестәренең һәм етәкселәренең һөнәри оҫталығын күтәреүгә йүнәлтелде, – тип билдәләне Андрей Назаров. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, ойошмала мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн милек хоҡуғында йәки башҡа законлы нигеҙҙәр буйынса өҫтәмә урындар барлығын раҫлаған документтар (күсермәләр) биреү кәрәклеге тураһында пункт өҫтәлде. Шәхси балалар баҡсаларынан грант юллау буйынса ҡабул ителгән ғаризаларҙы баһалау йәһәтенән дә бер аҙ төҙәтмәләр индерелде. Ошо көндәрҙә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған исемлеккә ярышлы, Өфө ҡалаһының шәхси балалар баҡсаларында грант иҫәбенә 151 өҫтәмә урын барлыҡҡа киләсәк. Атап әйткәндә, “Игроград” баҡсаһында – 34, шәхси эшҡыуар А.Ф. Әхтәмов тарафынан – 50, шәхси эшҡыуар Г.И. Ҡыуатова ҡарамағындағы учреждениела – 31, “МФДЦ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 36 урын булдырыла. Ғөмүмән, республикабыҙҙа дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү формаларына тейешле норматив хоҡуҡи ярҙам базаһы булдырылған. Шәхси секторға финанс яҡтан ярҙам күрһәткән мөһим проекттарҙың береһе – “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты”. Бөгөн өс йәшкә тиклемге 2200 самаһы бала шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар буйынса йөрөй. Был алым муниципаль баҡсаға тиңләштерелгән хаҡҡа урын алырға хоҡуҡ бирә. Әлегә бындай мөмкинлек Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Иглин районында булдырылған, киләсәктә географияны киңәйтеү күҙаллана. Бына шулай, килешеп эшләү ике яҡ өсөн дә отошло. Федераль һәм республика тарафынан бүленгән ярҙам, гранттар иҫәбенә шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыла, һөҙөмтәлә бихисап ата-әсәләр сабыйын мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһына йөрөтөү мөмкинлегенә эйә була. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА