Ошо көндәрҙә илебеҙ Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусыларын файҙалы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Мәғариф тураһындағы законға уҡыусыларҙың хеҙмәткә ҡағылышлы бурыстары индерелде. Бында һүҙ иң ябай эштәр – уҡыу бүлмәләрендә таҙалыҡты һаҡлау, байрамдарға белем усағын биҙәү, мәктәп биләмәһенә ағастар һәм сәскәләр ултыртыу һәм башҡа саралар тураһында бара. Законға ярашлы, бынан һуң “тәрбиә” төшөнсәһе уҡыусыларҙа эшһөйәрлек, хеҙмәткә яуаплы ҡараш булдырыу кеүек ғәмәлдәрҙе һәм бурыстарҙы ла үҙ эсенә ала. Эш төрҙәре балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡушыласаҡ, бының өсөн ата-әсәләрҙең рөхсәте кәрәкмәй. “Был мәсьәләгә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп булды. Беҙ мәктәп осоронда уҡ балаларҙа эшһөйәрлек, илһөйәрлек, команда менән эшләй белеү кеүек сифаттар тәрбиәләү маҡсатында законлы база булдырҙыҡ. Уҡыусылар йәмғиәт өсөн файҙалы ғәмәлдәр, шул иҫәптән ветерандарға ярҙам итеү менән шөғөлләнәсәк, Мәңгелек ут кеүек тарихи хәтер урындары тураһында хәстәрлек күрәсә