Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Атаһынан килгән шөғөл

Иглин районының Меңйетәр ауылында йәшәгән Дамир Ғимаев бала саҡтан умартасылыҡ серҙәрен белеп үҫә. – Атайым умарта тотҡас, 11-12 йәштән уның эргәһендә ярҙам итеп йөрөп, барлыҡ нескәлектәренә өйрәндем. Ағас башында күс йыйғанда ҡорттар һырып алғас, осоп та төшөлдө. Элек бит әлеге һымаҡ махсус кейемдәр ҙә юҡ ине. Ныҡ ҡына сағылһам да, бирешмәнем, ҡортсолоҡҡа ҡыҙыҡ­һыныуым да юғалманы. Хәҙер инде был шөғөлдө улдарым дауам итә, – тип төрлө ваҡиғаларын да хәтергә төшөрҙө умартасы. Атаһы эшләгән умартаның һаман ҡулланышта булыуын да күрһәтте Меңйетәр уңғаны. Ғимаевтарҙың умарталары күп түгел. Шулай ҙа киләсәктә уларҙы ишәйтергә тигән маҡсаты ла бар Дамир Мөхәмәт улының. – Хәҙер умартасылыҡ менән шөғөл­ләнеүселәр күбәйҙе. Теләге булған һәр кеше умартасылыҡҡа тотона ала, – тине ул. Быйылғы һауа торошо көйһөҙөрәк булһа ла, әңгәмәсем зарланманы, йүкәнән алынған балдың һәйбәт булыуын белдерҙе. - Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА