“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының үҙ талисманы бар, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков. Журналистың яҙыуынса, “Ҡазан” позывнойлы яугир хәрби формала йомшаҡ уйынсыҡтар эшләй икән. Әйткәндәй, “Ҡазан” Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командирының урынбаҫары. “Аныҡлап әйтәм. Был һалдат һынын уйынсыҡ һәм, бигерәк тә, ҡурсаҡ тип атарға кәрәкмәй, - ти “Ҡазан”. – Ул полкыбыҙҙың талисманы. “Боец” беҙҙең менән махсус хәрби зонаға барасаҡ. Унда хеҙмәт иткән егеттәргә яҡшы кәйеф өҫтәр, хәрби көндәрҙе биҙәр, тип өмөт итәм”. “Ҡазан” позывной исемен туған ҡалаһы атамаһынан алһа ла, унда оҙаҡ йәшәмәүе тураһында белдергән. Ул – танкист, хәрби, Свердловск юғары хәрби-сәйәси танк-артиллерия училищеһын тамамлаған. 1991 йылда офицер Рәсәйҙең Хәрби Көстәренән ялға киткән һәм етештереү менән шөғөлләнгән булған. Ул балалар өсөн тауарҙар һәм балаларҙы реабилитациялау өсөн ортопедия тауарҙары әҙерләгән. Тағы милли кейемдәге фигураларҙы, һуңғараҡ Рәсәй Хәрби Көстәре ғәскәрҙәре хәрбиҙәре фигуралары рәүешендәге сувенир продукцияһын эшләү хоббиға әйләнгән булған. Өҫтәүенә, "Ҡазан"дың тотош ил, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, махсус хәрби операция зонаһында хәрби мәсьәләләрҙе атҡарған, республика батальондары тураһында яҡшы хәбәрҙар булған дуҫтары бар икән. Тап улар иргә "Башҡортостан" полкына барырға әйҙәгән. Фото, сығанаҡ: “Башинформ”, Эдуард Ҡусҡарбәков.