Яңауыл ҡалаһының 4-се мәктәбендә “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә капиталь ремонт эшләнде. Был эштәр уҙған йылда башланғайны, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бер йыл эсендә ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре яңыртылған, инженер коммуникациялары эшләнгән, эске биҙәү эштәре башҡарылған. Кабинеттарға яңы парталар һәм ултырғыстар алынған, ҡайһыларында интерактив панелдәр һәм таҡталар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ тамаша һәм спорт залдары, балалар башланғыстары кабинеты яңы төҫ алған. - Мәктәптең барлыҡ заманса талаптарға яуап биреүе мөһим. Артабан мәктәп эргәһен дә төҙөкләү планлаштырыла. Ошо рәүешле уҡыусыларыбыҙға уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, - тине мәктәп директоры Зинфир Ғәлинуров. Яңы уҡыу йылында Яңауыл мәктәбендә 700-ҙән ашыу малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡый башлаясаҡ. Фото: bash.news