Әбйәлил районының Күсем ауылынан Сәбилә Зәйнуллина махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн бронежилеттар тегеүе хаҡында алдан хәбәр иткән инек. Әбйәлил оҫтаһының хәйриә эшенә тотоноуы хаҡында яҙылғас, күптәр икеләнеүен белдерҙе. Йәнәһе лә, бындай бронежилеттар һалдаттарҙы ҡотҡара алмаясаҡ. Йоҡа, талаптарға тура килмәй һәм башҡа сәбәптәр. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районынан гуманитар ылау алып барған журналистар тап Сәбилә Зәйнуллинаның бронежилетын кейгән яугирҙе осратҡан. "Абзелил" гәзитенең баш мөхәррире Таңсулпан Йомағужина белдереүенсә, яугирҙең кейгән бронежилеты урыны менән таушалған, әммә ышаныслы һәм ныҡлы, хужаһы унан ҡәнәғәт. Тимәк, Сәбилә Зәйнуллина төн йоҡоларын ҡалдырып, күҙ нурҙарын түгеп теккән кейемдәр яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауҙа үҙ ролен уйнай. Ҡулыңдан һөйөн, изге йөрәкле Әбйәлил оҫтаһы. Фото: "Абзелил"