«Уфаоргсинтез» компанияһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Николай Каширин экологик хәүефте бөтөрөү һәм ағынты һыуҙарҙы һөҙөмтәле таҙартыу өсөн иҫкергән таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау проектын тәҡдим итте. Объектты яңыртыуҙың дөйөм хаҡы -1,6 миллиард һум. Инвестор проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырған да инде. 2025 йылда комплекс эшләй башлағас, предприятиела 23 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирелде. Баймаҡ районында «Күлтабан» һөтсөлөк-тауар фермаһын реконструкциялау проекты тураһында «А7 Менеджмент» компанияһының генераль директоры Алексей Комаровских һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың майында «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Хөкүмәте, һаҡлыҡ банкы һәм «А7 Менеджмент» компанияһы бер нисә башланғысты тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөнө. Улар иҫәбендә - «Күлтабан»фермаһын яңыртыу. Проектҡа 739 миллион һум аҡса һалырға планлаштырылған. Ул яң
Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды
10 августа 202310 авг 2023
1 мин