Тыуған яғыма ҡарай юлға сыҡҡанда автобустағы урыным өлкән йәштәрҙәге апай янына тура килде. Бындай оҙон юлда тәҙрәнән тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес матурлығын күҙәтеп барырға яратам. Бер-береһен алмаштырып аҡҡан тәбиғәт күренештәренән күпме текәлеп ултырһам да ялҡмайым. Ә был юлы эргәмдәге апай бик ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Ике-өс сәғәт эсендә юлдаш ҡатындың бөтә ғүмер юлын күҙ алдына килтерә башлағайным инде. Һүҙҙе “һин ҡайһы яҡтан, ҡайһы ауыл, кем ҡыҙы” тип башланы ла артабан үҙенең ире, балалары тураһында һөйләне. Һорау биргәс, яуапты ла көтмәйенсә, артабан үҙенекен генә һөйләй торған ғәҙәте лә бар ине апайҙың. Быныһы миңә, һөйләргә яратмаған кешегә, уңайлы ла ине хатта. Уның һөйләүенән шуларҙы белдем. Район ауылдарының береһендә һаман да гөрләтеп донъя көтөп ята, 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һыйырын да тота икән, ҡош-ҡорто ла бар, баҡсаһын тултырып картуф, йәшелсә сәсә – үҙенең һүҙе менән әйткәндә, ҡартлыҡҡа бирешергә йыйынмай әле. Ире ун йыл элек йөрәк өйәнәгенән вафат булған. Уның менән татыулыҡта биш бала – өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһен башлы-күҙле иткәндәр. Апайҙың иң өлкән улы районда ҙур ғына түрә икән. Уның тураһында айырым бер йылылыҡ менән һөйләне әсә. Уның балалары ҙурайышып бөткән инде. Ике ҡыҙы ҡалала тора. Әле бына шуларҙың береһе уны оҙатып ҡалған икән. Улар ҙа юғары белемле: береһе – иҡтисадсы, икенсеһе – уҡытыусы. Ике улы үҙе янында ауылда донъя ҡорған. “Уларһыҙ, әлбиттә, мал көтә алмаҫ инем. Килендәр ҙә бар эшемдә ярҙам итешеп кенә тора. Береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөмәне бығаса. Балаларымдың береһе лә эсмәй, тырышып донъя көтә, юҡты бар итә. Аллаға мең шөкөр... Әсә өсөн бәхет ошо инде”, – балалары тураһында һөйләгәндә әсәй кешенең ғорурланыуы йөҙөнә үк сыға. Ғәзиздәре тураһында оҙаҡ итеп, йылылыҡ менән бәйән иткән апайҙы тыңлаған ваҡытта: “Вәт, исмаһам, ысынлап та бәхетле ҡатын, үҙе лә шәп, балаларын да ысын кеше итеп үҫтерә белгән”, тип уйлап ҡуйҙым. Шул ваҡыт күршемдең телефоны шылтыраны: ауылдағы улы уның ҡасан юлға сыҡҡанын һораша. “Йомошто башҡарғанмы?..” – тип белеште апай кем тураһындалыр. Кеше хәбәрен тыңлап арыған мин бер аҙға ғына башымды тәҙрәгә бороп, тышҡа күҙ һалдым. Яҡшы юлдаш, моңһоҙҙо ла моңландырыр, ябай кешене лә шағир итерҙәй иҫ киткес матур тәбиғәт... Ошондай матур кисерештәр тулҡынында бәүелә-бәүелә бар ҙа бар инде. Эстәге хисле моңдо эргәләге апайҙың ҡапыл ҡысҡырып тигәндәй яман итеп һүгенгәне өҙҙө. “..., ниңә шул әтрәгәләмгә аҡса түләргә ти? Алкашҡа ярамағанмы? Мин уға осһоҙлоно алып ҡуйғанмын. Юҡ, вис түгел, әллә иҫәрләнеп бараңмы? Аҫтағы кәштәлә өс литрлыҡ банкала ултыра бит. Шуны бәләкәй шешәгә ҡой ҙа һыу өҫтә. Етә ул уға. Бирмәһәң дә ярамай. Әтеү ҡабат килеп ярҙам итмәҫ!” Үҙ ҡолағыма үҙем ышана алмай, иҫәңгерәп ултырам. Әле генә балаларын яратып, күберәк Аллаһты иҫкә төшөрөп, рәхмәт уҡып ултырған ҡатын әйттеме ул ошо хәбәрҙе?.. Аптыраулы ҡарашымды күреп, ул: “Эй, бер эскесегә эш ҡушып киткәйнем, шуға улым, аҡса бирәйемме, тисе... Әллә иҫәрләнеп бара инде. Ярамаған ти уға самопал”, – тине. Балаларының уңыштарына һөйөнөп, донъя тотҡаһы булып ултырған яҡшы әсәй ошо бер ауыҙ һүҙе менән күңелемдә яралған яҡты, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙ образын селпәрәмә килтерҙе лә ҡуйҙы. Ниңә генә был һөйләшеүҙе ишеттем икән? Артабан уның бер генә һүҙен дә тыңлағым килмәй, күҙемде йомоп тынып ҡалдым. Ә һөйләргә яратҡан кеше шыма буламы һуң: хәҙер инде икенсе яҡтағы күршеһенә ҡарап, үҙенең матур тормош юлын бәйән итә башланы: “Минең балаларым бишәү. Аллаға шөкөр, береһе лә эсмәй..” Фото: Yobte.ru