11 августа Башҡортостанда хәүеф янаған метереологик күренештәр көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. Республиканың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан айырым райондарына янғын хәүефе янай. Шуға ут менән һаҡ булығыҙ, янғын сығармағыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан урмандарындағы янғын сығарыуҙа ғәйепләнеүселәргә ике миллион һумдан ашыулыҡ штраф яҙылған. Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Нигеҙҙә, ямғыр яуыуы көтөлмәй, төндә генә көнсығыш райондарҙа һибәләүе ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан иҫә. Төндә уның тиҙлеге - секундына өс-һигеҙ, ә көндөҙ 9 – 14 метр тәшкил итә. Төндә һауа температураһы +10,+15°, айырым райондарҙа +5°, көндөҙ +21,+26 градус булыр тип көтөлә. Юлдарға килгәндә, томан булыр тип күҙаллана. Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.