Рәсәйҙең иң көслө кешеһе булған Эльбрустың ҡайһы төбәктә етештерелгән ҡымыҙҙы яратыуы билдәле булды. Ул яратҡан шифалы эсемлекте Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештерә. - Беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы 14 йыл үрсетәбеҙ, улар үҙҙәренең сыҙамлы һәм талымһыҙ булыуы менән үҙенсәлекле. Бөгөн уларҙың һаны яҡынса 300 башҡа етте, шуларҙың 30-ы - һауын бейәләре. Көнөнә 100 литр ҡымыҙ етештерелә, - ти йәмғиәт етәксеһе Даян Иштимtров. - Беҙҙең ҡымыҙ күп ҡымыҙ бешеүселәрҙәге кеүек ағас көбөләрҙә түгел, ә кәзә тиреһенән эшләнгән һауыттарҙа етештерелә. Ҡулланыр алдынан ek ыҫлана һәм аҡ май менән эшкәртелә. Бындай һауыттың өҫтөнлөгө шунда: ҡымыҙҙа бөтә файҙалы элементтар һаҡлана. Шулай уҡ был технология арҡаһында беҙҙең ҡымыҙ үҙенсәлекле, йомшаҡ ҡына тәмгә эйә, - тип уртаҡлаша эшҡыуар. Даян Иштимеров тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсатында Силәбе өлкәһе делегацияһы составында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Фото: "Башинформ".