Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡорт аты"нда Силәбе рәссамы ла ҡатнаша

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Силәбе рәссамы Михаил Вороновты башҡорт мәҙәниәте йырсыһы тип йөрөтәләр. Икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә рәссам башҡорттарҙың хәрби тарихы тураһында картиналар тәҡдим итәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: туҡыманы ҡарарға ғына түгел, QR-код ярҙамында тыңларға ла мөмкин. - Мин - рәссам-реалист, һәм миңә бөтә ваҡ нескәлектәр ҙә мөһим. Шуға күрә картиналар яҙыу өсөн башҡорт һәм рус казактарының бер нисә костюмын реконструкциялауға заказ бирҙем. Костюмдар мөмкин тиклем төп нөсхәгә яҡын һәм ҡулдан тегелгән. Уларҙы ла “Башҡорт аты” фестивалендә күрергә мөмкин буласаҡ, - ти рәссам. Силәбе рәссамы Златоуста тыуған, оҙаҡ ваҡыт Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә уҡыған һәм эшләгән. Һуңыраҡ тыуған Силәбеһенә ҡайта. Ул картиналарҙан тыш, башҡорт тарихына һәм фольклорына нигеҙләнгән легендалар ҙа яҙа. Фото: "Башинформ".