Башҡортостанда 2-се зонала сүп-сар сығарыу тураһында көнүҙәк мәғлүмәтОшо зонаны хеҙмәтләндергән элекке төбәк операторы статусынан мәхрүм. Сәбәбе - эштәге күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар.2-се зонаға ниндәй райондар инә?Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары.Хәҙер был зонала сүп-сарҙы кем сығара?Эштәрҙе ваҡытлыса бер йылға килешеү нигеҙендә «Эко-Сити» компанияһы башҡара.2-се зонала йәшәүселәргә яңы төбәк операторы сүп-сар сығарһын өсөн махсус рәүештә нимә эшләргә кәрәк?Килешеүҙәр оферта тәртибендә һәм ҡағыҙға ҡул ҡуймайынса төҙөлә, шуға күрә, халыҡҡа махсус рәүештә бер ҡайҙа ла йөрөргә һәм бер ниндәй документ йыйырға кәрәкмәй.Элекке төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөгән юридик берәмектәргә нисек эш итергә?Улар элекке төбәк операторы менән килешеүҙе тарҡатырға һәм «Эко-Сити» адресына dogovor@roecocity.ru йәки 453126, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт адресына заказлы хат менән яңы