Йылайыр районының Юлдыбай ауылында "Ағинәй" башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни-рухи ойошмаһы эшләй. Күп кенә битараф булмаған кешеләр, әүҙем пенсионерҙар илдәге хәлдәрҙән ситтә ҡалырға теләмәй һәм яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтергә тырыша. Күптән түгел Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Йылайыр ауылының "Преображенск" Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ҙәге “Үҙебеҙгә тегәбеҙ – МХО өсөн тегәбеҙ” проекты менән президент гранты еңеүсеһе булды. Ойошма директоры Ғәлиә Солтанова - проект авторы һәм етәксеһе. Командала 5 кеше эшләй, уларҙың өсәүһе Юлдыбай ауылынан. “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова етәкселегендә проекты ғәмәлгә ашырыу эше башланған да инде. Клуб Юлдыбай ауыл биләмәһе учреждениеһы базаһында эшләй башлаған. Клуб эше өсөн МХО-ла ҡатнашыусы һалдаттарға кейем тегеү ҡорамалдары һәм материалдары һатып алына. Әүҙем пенсионерҙарыбыҙҙың дөйөм тырышлығы менән мобилизацияланған һалдаттар өсөн эс кейемдәре һәм әрме плащ-палаткалары тегеләсәк. Район вәкилдәре Донбассҡа гуманитар ярҙам менән барған саҡта, яугирҙәребеҙ тап ошо көндәлек кейем һәм ямғырҙан, елдән һаҡлай торған плащ-палаткалар кәрәклеген әйтә. Сығанаҡ: vk.com/id182226268