Башҡортостанда Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Алмаз Сафин исемендәге яңы доброволецтар батальоны төҙөлә. Унда яҙылыусыларҙың тәүге төркөмө хәрби әҙерлек пункттарына оҙатылды. Хәрби хеҙмәткә контракт буйынса кемдәр ҡабул ителә? Был турала Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Интервью” тапшырыуында “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Әлшәй районы бүлексәһе етәксеһе Булат Флүр улы Төхвәтуллин менән һөйләштеләр. – Тағы бер батальон булдырыу башланғысы менән сыҡҡанһығыҙ. Ни өсөн уға тап Алмаз Сафиндың исемен бирергә булдығыҙ? – Июль аҙағында үҙебеҙҙең Әлшәй районы егеттәре менән һөйләшеү булды һәм республикала тағы бер батальон йыйылғанын ишеттек. Уға Алмаз Сафиндың исемен биреү тәҡдиме менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сығырға килештек. Шунан район хакимиәте башлығы Дамир Мостафинға ла индек. Баҡһаң, районда ла был эш башланған булған икән. Туғандары, әсәһе менән һөйләшкәндәр. Әсәһенең апаһы беҙҙә РОНО-ла эшләй. Зилә Әхмәт ҡыҙы, улар барыһы ла буласаҡ батальонға Алмаздың исеме