«Башҡорт аты» фестивалендә өс ҡаҙаҡ тирмәһе ҡуйыласаҡ. Улар менән яҡындан Ҡаҙағстандан килгән делегация таныштырасаҡ. Ҡаҙаҡтарҙың традицион торлағы бер нисә үҙенсәлеккә эйә. Тирмәнең каркасы өс өлөштән тора: кереге (деталле ҡылдар), ҡаҙыҡ (үрге түңәрәккә терәлгән муйынсаҡтар), шанырак (өҫкө түңәрәк). Ҡаҙаҡ тирмәһе шулай уҡ өс өлөштән тора: тырылыҡ (йорттоң тимерҙән торған нигеҙен ябыу), узюк (ирекле көмбәҙ һайғауҙарҙы ябыу) һәм тундыҡ (өҫкө түңәрәкте ҡаплап торған кейеҙ). Ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙҙың тирмәләре менән яҡындан иртәгә һәм йома көндәрендә, 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале барышында таныша алаһығыҙ. Фото: kulturologia.ru