Боланутта (кипрей, иван-чай) С витамины лимонға ҡарағанда алты тапҡырға күберәк, уның сәскәле сағындағы япраҡтарын сәй итеп эсһәң, иммунитет күтәрелә, йәшәү көсө арта, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булараҡ та файҙаһы сикһеҙ. Иң күп йод сөгөлдөр япрағында һәм баҡсалағы сүп үләнендә – йондоҙҡайҙа (звездчатка средняя, мокрец) икән. Уларҙы организмына йод етмәгән, ҡалҡан биҙе (щитовидка) ауырыу булған кешегә йәшел салаттар, өйрәләр әҙерләгәндә ҡушырға тәҡдим ителә. Йондоҙҡайҙы артроз, артрит, гастриттан һаҡлаусы ҡалҡан тип тә йөрөтәләр. Аҡтамырҙа тәндә кальций йыуылыуына ҡаршы тороусы кремний күп, ул шулай уҡ ишетеү, күреү һәләтен көсәйтә, ашҡаҙанды дауалай. Бер услам аҡтамырҙы һыуҙа ун минут тирәһе ҡайнатығыҙ ҙа үләнен алып ташлағыҙ. Ҡайнатмаһын бутҡа, аш бешереүгә тотоноғоҙ. Күп кешенең организмы селен етмәүҙән яфалана. Селенлы үҫемлектәр – энәлек, һарымһаҡ, календула, аҡ сәскә, күк мәтрүшкә, үгәй инә үләне, турғай еләге, сөйәл үләне... Ҡанды таҙартҡан, яман шеш булдырмауҙы хәстәрләгән, матдәләр алмашыныуын яйлаған, организмдан артыҡ тоҙҙо ҡыуған тағы бер үҫемлек – урам тулып үҫкән бәпкә үләне. Уның япрағын да, тамырын да ҡулланалар. Был үлән бигерәк тә бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙарын һәйбәт дауалай. Һәр ихата эсен биҙәгән ҡаҙ үләнен дә сәскә атҡан сағында киптереп ҡалығыҙ. Ул күрем килгәндәге ауыртыуҙарҙан, балтырҙағы тартышыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә, бауыр һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала, организмды нығыта. Йәй көнө беҙ түтәлдәрҙән утап өлгөрә алмаған алабута ла күп сырхауҙарҙан шифа. Был үләндең йәш япрағын салаттарға ҡушырға, ваҡлап, йомортҡа һәм әҙ генә һоло көрпәһе ҡушып кәтлиттәр әүәләргә була. Алабута ашҡаҙан-эсәк юлдары, үпкә, бауыр ауырыуҙарын дауалай, быуын һыҙлағанда ярҙам итә. Ә иң ҡиммәт сифаты – унда калий күп, сәй итеп бешереп даими эскәндә йөрәккә янаған миокард инфарктын иҫкәртә, ябыҡтыра. Бәпембә тамырын ҡайнатып эскәндә ҡан таҙара. Ул организмда йәшенеп йәшәгән төрлө инфекцияларҙы ҡыуып сығара. Холестерин алмашыныуын да яйға һалырға теләһәгеҙ, юл япрағынан сәй бешерегеҙ. Яман шешкә ҡаршы тағы бер көслө сара хаҡында әйтмәү яҙыҡ булыр, ул – һырғанаҡ (һарығат) япраҡтары. Уны киптереп сәйгә ҡушалар йә айырым ҡайнатып эсәләр. Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында, ауырыуҙарҙы булдырмау өсөн алдан хәстәрен күрегеҙ, дуҫтар. Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.