Найти тему
Башҡортостан гәзите

Турист операторҙарының һаны артты

2023 йылда “Мәктәп туризмы” программаһын тормошҡа ашырыуға 21 туристик ойошма йәлеп ителә, турист операторҙары исемлеген муниципаль учреждение һәм автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тулыландыра. “Мәктәп туризмы” программаһы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») сиктәрендә тормошҡа ашырыла, унда 2022 йылда 11 меңдән ашыу урта класс уҡыусыһы һәм 2023 йылда 17 мең уҡыусы ҡатнашты. – Программаны башлап ебәреү этабында министрлыҡ федераль реестрға ингән тәжрибәле турист операторҙарын һайлап алды. Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә сәйәхәт маршруттарын әҙерләнек, балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алдыҡ. 2023 йылда Башҡортостанға федераль бюджеттан — 188,7 миллион һум, төбәк бюджетынан 75,5 миллион һум бүленгән. Шуға ярашлы, беҙ туроператорҙар һанын да киңәйттек, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Бөтә турист операторҙары трансферҙы, йәшәүҙе һәм туҡланыуҙы, страховкалауҙы, мәҙәни-танып белеү һәм патриотик экскурсиялар үткәреүҙе, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект «Туризм и индустрия гостеприимства») Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: terrabashkiria.ru