“Строймастер” һөнәри оҫталыҡ милли конкурсы төбәк этабының “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” һәм “Каркаслы конструкцияларҙы иң яҡшы монтажлаусы” номинацияларында еңеп сығыусылар Бөтә Рәсәй этабында Волга буйы федераль округы исеменән сығыш яһаясаҡ. Финал ярыштары 9 – 10 августа Мәскәү өлкәһенең Королев ҡалаһында үткәрелә. Унда илдең иң яҡшы белгестәре йыйыла. - Республиканың төҙөлөш комплексы үҙ эше оҫталары менән дан тота. Бындай ярыштарҙа йәштәрҙең ҡатнашыуын һәм еңеп сығыуын күреү – ҡыуаныслы хәл, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры Владислав Сидоркин. Волга буйы федераль округы исеменән “Башгражданстрой” тресы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Алексей Безруков сығыш яһаясаҡ. Ул каркас төҙөүселәр араһында беренсе урын яулағайны. Мәләүез күп профилле һөнәри колледжынан Георгий Кычаков (“Каркас конструкцияларҙы иң яҡшы монтажлаусы” номинацияһы), Нефтекама машина төҙөүселәр колледжынан Айҙар Мәүлиев (“Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” номинацияһы) үҙ көсөн һынаясаҡ. Бындай сараларҙың үткәрелеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/560443/