Һуңғы ваҡытта бесән эшләү темаһы социаль селтәрҙә йыш яҡтырытла. Күптәр элегерәк бесән әҙерләгән саҡтарын һағынып телгә ала. Хәйер, бөгөн дә бесән эшләүселәр юҡ түгел. Түбәндәге авторҙың яҙмаһы ла тап ошо хаҡта. Автор менән килешәһегеҙме? "Әле бына бесән осоро. Кемдер эшләп бөттө, кемдер бесән ташый, кемдер элек бесән эшләгән саҡтарын иҫкә төшөрә. Бесән төргәге эргәһендә тороп фотоға төшөп, интернетҡа һалдым. "Хәҙер бесән эшләү рәхәт, арымайың да, бына элек..." - тип яҙыусылар булды. Башҡа яҡтарҙа бесәнде нисек эшләйҙәрҙер, бына беҙҙә һәр бер сантиметр ер ҡәҙерле. Кеше малды күп аҫырай. Ә бесәнлек әҙ. Быға тиклем күрше Ырымбур өлкәһе Алмалы ауылы ерҙәрен сабып кинәнә ине күп кеше. Ике йыл инде унда инвестор килеүенә. Йәки яңы арендатор тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Сиккә тиклем булған бесәнлектәрҙе баҫыуға әйләндерҙе. Ҡалған ғына бесәнлектәрҙе сабып алды. Ябай халыҡ торҙо ла ҡалды. Ауыл халҡы бесән еткереү өсөн үҙенең бесәнлегендә һәр ҡыуаҡлыҡ, ағас төбөн ялаған һымаҡ сабып ала. Картуф ултыр