«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмә-конкурсына Силәбе ҡунағы 250 килограмм ауырлыҡтағы халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың сүкелгән һынын алып киләсәк. Бының өсөн оҫта махсус рәүештә тағылма һатып ала. - Скульптураны мин өс йыл яһаным, табаҡлы металдан эшләнем. Ҡорамалдарҙан иретеп йәбештереү аппараты, болгарка, металл һәм сүкеш буйынса ҡайсы ғына ҡулландым. Бөтә эш тулыһынса ҡулдан башҡарылды, - тип һөйләй Эдуард Әмир улы. Һөнәре буйынса Эдуард Таджидинов - иретеп йәбештереүсе, үҙен һәүәҫкәр, ирекле рәссам тип атай. Тәүҙә ул ҡойма, ҡапҡа эшләү менән булышҡан, артабан Яңы йылға болан һыны эшләп ҡарарға була, һуңынан башҡа әйберҙәргә тотона. Ваҡыт үтеү менән халҡыбыҙҙың милли батырын һынландырыу уйы барлыҡҡа килә. Үҙ идеяларын тормошҡа ашыра башлағанға тиклем Эдуард бер тапҡыр ҙа Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен күрмәгән. Фотоһүрәттәр буйынса ғына эшләгән. Быйыл яҙ ғына юл ыңғайында республиканың баш ҡалаһында булырға һәм Салауат Юлаевтың һәйкәлен күрергә тура килә. «Башҡорт аты» фестиваленә оҫта үҙенең башҡа эштәрен дә алып килә, уны «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһендә күрергә мөмкин. Фото: "Башинформ".