Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яуҙа көтөлмәгән осрашыуҙар ҙа була...

Хәйбулла районының Подольск ауылынан 31 йәшлек “Дуга” былтыр сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә доброволец булып китергә тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Тағы ла дүрт айҙан Рәсәй оборонаһы менән контракт төҙөй. - Мин хәрби хеҙмәткә алынғас, Чита ҡалаһында танк ғәскәрендә механик-водитель булып “учебка” үттем. Артабан беҙҙе артиллеристар часына күсерҙеләр һәм хәрби хеҙмәтемде шунда тамамланым. Ә махсус хәрби операция башланғас, Ватаныбыҙға хәүеф янағанда, өйҙә ултырыу минең фекеремсә, егеттәрсә түгел. Шуға күрә хәрбиҙәргә ярҙам итеү, еңеүгә үҙ өлөшөмдө индереү өсөн һис икеләнеүһеҙ доброволец булып яҙылдым. Әйткәндәй, артиллеристарҙың кәйефе хәрбиҙәрсә. Бөтә Рәсәйҙән төрлө милләт кешеләре бер рух, бер маҡсат менән тупланғанбыҙ. Дошман илебеҙҙе тарҡатырға теләп, киреһенсә, беҙҙе берләштерҙе. Республиканан күп түгелбеҙ, 4-5 яугир бар арабыҙҙа. Бында көтөлмәгән осрашыуҙар ҙа була. “Уфа” позывнойлы егет менән шунда уҡ һөйләшеп киттем. “Башҡортостанданмы? Ҡайһы райондан, әллә Өфөнәнме”, - тигән һорауыма: “Хәйбулла районы, Яңы Ергән ауылынанмын”, - тигән яуап көтмәгәйнем. Мин МХО-ға тиклем әрмелә механик-водитель һөнәрен алһам, аҙаҡ иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡыным. Шуға күрә хәрби техникаларҙы ремонтлауҙа ярҙам итәм. Позывнойым да, иретеп йәбештереүсе булғанға, “Дуга” тип ҡуйылды, - ти яугир. Яҡташыбыҙ белдереүенсә, һалдаттарға илебеҙҙең һәр тарафынан гуманитар ярҙам даими килә. Хәйбулла районынан да алғаны булған. - Егеттәр менән блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Хәрби ҡорал һәм туҡланыу яғынан проблема юҡ. Контрактниктарға айлыҡ аҡса ла ваҡытында түләнә. Аҙыҡ-түлекте Луганскиҙан алып киләләр, үҙебеҙҙең ашнаҡсы ла бар. Ышаныслы хәрби дуҫтар булыуы яҡшы. Осетинмы, дағстан кешеһеме, башҡортмо, рус милләтенәнме —берҙәмбеҙ, бер-беребеҙ өсөн барыһына ла әҙербеҙ, - ти егет. “Контрактник булыуға нимә этәрҙе, ни өсөн ундай ҡарар ҡабул иттең, тип һораусылар күп. Әгәр илебеҙ мәнфәғәтен беҙ яҡламаһаҡ, кем? Беҙ махсус хәрби операция зонаһында, сөнки һәр кемебеҙҙе халҡыбыҙ, ватаныбыҙ һәм балалар яҙмышы борсолдора. Контрактник булыуыма үкенмәйем, тоғро хәрби дуҫтарым бар. Отпускым бөтөү менән, ҡайтанан МХО-ға юлланам. Әйткәндәй, минең әсәйем нәҫел тамырҙары менән украин милләтенән, әммә ул Хәйбулла районында донъяға килгән. Минең хәрби операция зонаһына барыу теләгемде лә аңлап ҡабул итте һәм хупланы, - тине “Дуга” позывнойлы яҡташыбыҙ. Яугирҙең ҡыҫҡа сроклы отпускыһы тамамланып, ул ҡайтанан хәрби иптәштәре янына юл тотто. Имен-һау әйләнеп ҡайт, яҡташ! Фото һәм текст сығанағы: Мәрйәм Иманғолова.