Унда Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Стәрлебаш районы етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә территорияларҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Тәүҙә төбәк етәксеһе муниципалитет предприятиелары һәм эшҡыуарҙарының продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны. Унда Радий Хәбиров предприятие етәкселәренә республика программаларына ярашлы ярҙам саралары менән киңерәк файҙаланырға ҡушты. Шулай уҡ 2023 йылда был маҡсаттар өсөн 100 миллион һум аҡса бүленеүе хаҡында хәбәр итте. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында урындағы үҙидара органдары эшенең көнүҙәк бурыстарын билдәләне. Шулай уҡ ул Башҡортостанды үҫтереү һәм 2023-2024 йылдарҙа үтәсәк мөһим социаль-сәйәси ваҡиғалар тураһында һөйләне. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан меңәрләгән егеттәребеҙ хәҙер алғы һыҙыҡта. Беҙ уларға ярҙам итергә, туғандары һәм яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Был эштә һәр кем ҡатнашһын. Тиҙҙән