Благовещен районының иң яҡшы ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙарының береһе Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына юлланған. Благовещен районының Иҫке Илек ауылындә йәшәүсе "Эльф" позывнойлы яугир 2008 йылда Бөрө медицина-фармацевтика колледжын тамамлаған. Бынан һуң ул Рәсәй армияһы сафына хеҙмәт итергә китә. Радиация-химия разведкаһының кесе сержанты хеҙмәтенән һуң Иҫке Илек ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып эшләргә саҡырыла. Йәш белгес, әлбиттә, ризалаша. Сөнки ул һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеү тураһында хыяллана. Төп эшен ул Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһының реанимация бүлегендә эшләү менән берлектә алып бара. Бер аҙҙан Эльф Благовещен районының ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры булып эшләй башлай. Барыһына ла ярҙам итергә ынтылышы уны Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонға алып килә. Эльф тураһында уның коллегалары тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә. "Ул беҙҙә иң яҡшыларҙың береһе. Тиҙҙән ул кире ҡайтыр һәм йәнә иңгә-иң терәшеп эшләрбеҙ, тип ышанабыҙ», - ти табиптар. Сығанаҡ: blagpanorama.com