Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Каролина рафинад шәкәр ашарға ярата

Каролина ҡушаматлы ҡолонсаҡтың тарихы бик аяныслы башлана: ҡолонлаған ваҡытта әсәһе үлеп ҡала. Хужалары – Әбйәлил районынан Айгөл һәм Рушан Ишбулатовтар ҡолонсаҡты үҙҙәре тәрбиәләп ҙурайтырға ҡарар итә. Шул ваҡыттан Каролина был ғаиләнең айырылғыһыҙ ағзаһына әүерелә. 2 йәшлек Айсилә һәм 11 йәшлек Арсен ҡолонсаҡты сиратлап ашата, икенсе йылына уны менеп йөрөргә хыяллана. Беренсе көндән үк ҡолонсаҡты бутылканан имергә өйрәттек. Тәүҙә һыйыр һөтө, шәкәр, йомортҡа ҡушылмаһы менән туҡландырҙыҡ, аҙаҡ әҙер махсус ҡоро ҡушылма ала башланыҡ. Көнөнә ете тапҡыр ашатабыҙ. Ашау ваҡыты еткәнен белеп, өй эргәһенә үҙе килеп тора. Командаға ла өйрәнде инде: стенаға туҡылдатыу менән килеп тә етә. Үҙен тәмле ризыҡ көткәнен дә белә ул. Балалар тәмле ашарға өйрәтеп алды. Иң яратҡаны – рафинад шәкәр. Хәҙер өйҙән тәмлекәсһеҙ сығырмын тимә. Онотҡан булһаң, еңелсә генә тешләп тә ала әле ул. Ишбулатовтар йылҡысылыҡ менән биш йылға яҡын шөғөлләнә. Әле уларҙың башҡорт тоҡомло ун аты бар. Арсен менән Айсилә ат ярышын ҡарарға ярата икән, шуға ата-әсә уларҙы “Башҡорт аты” фестиваленә алып барасаҡ. Ә бына Каролинаға быйыл өйҙә ҡалырға тура килә. Икенсе йыл, бәлки, ул да халыҡ-ара сарала ҡатнашыр әле.