Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡәйнә теле" турамаһы

Күп хужабикәләр был салатты эшләгәне барҙыр. Уны "Ҡәйнә теле" (салат из кабачков "тещин язык") тип йөрөтәләр. Бының өсөн беҙгә кәрәк: 3 кг ҡабаҡ3 татлы борос1 литр томат һуты1 дана ҡуҙаҡлы борос (стручковый перец)2 аш ҡалағы тоҙ1 стакан (250 гр) шәкәр1 стакан үҫемлек майы100 гр иҙелгән һарымһаҡ60 гр 9%-лы аш һеркәһе. Әҙерләү:Һалмалап туралған боростарға томат һутын ҡойоп болғатырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәргә һәм ҡайнатырға кәрәк.Ҡайнап сыҡҡас, түңәрәкләп туралған ҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ. 15-20 минут бешерергә. Аҙаҡтан һарымһаҡ һәм уксус өҫтәйбеҙ. Банкаларға һалып ҡапҡастарын ябырға. Өс килограмм ҡабаҡҡа 1 литр һут етә, сөнки бешергәндә ҡабаҡтарҙың һуты сыға. Ҡыш көнө тәмле һәм татлы салат табындарығыҙҙы йәмләр! Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Еда
6,93 млн интересуются