Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында йәшәүсе Гөлдәр менән Дамир Ғәлиевтәрҙең йорто тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Уның эргәһенән һоҡланмай үтеү мөмкин түгел. Хужабикәнең ҡулынан матурлыҡ ҡойола, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Ихатала 60 төрҙән ашыу гөл-сәскәһе бар. Улар араһында петунияның ғына 15 төрө үҫә. Аҫылмалы һауыттарҙа ла, ерҙә лә улар байтаҡ урынды алған. -Гөл-сәскәләрҙе тәрбиәләгәндә ғаилә менән бергәләп эшләйбеҙ. Һыу һибеү, ерен йомшартыу байтаҡ ваҡытты, көстө ала. Шулай ҙа сәскә үҫтереү күңелгә рәхәтлек бирә. Йорт-ихатаға инһәң, мөғжизәле сихри донъяға килеп кергән һымаҡһың. Эштән арыған саҡтарҙа гөлдәргә ҡарап һоҡланыу арыу-йонсоуҙарҙы оноттора, кәйефте күтәрә, - ти Гөлдәр Ғәлиева. Бөтә сәскәләре араһында рауза гөлдәрен айырыуса ярата ул. Раузаларының 23 төрө бар. Баҡсала ғына түгел, өйө эсендәге гөлдәре лә әле шау сәскәлә. Сәскәләрҙе, матурлыҡты яратҡанға ла улар шулай күпереп, күркәм булып үҫәлер ҙә. Фото: шәхси архивтан.