Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шайморатов ордендары тапшырылды

9 августа Башҡортостан Башлығы Стәрлебаш ауылында Руслан Абдуллин, Альберт Батыршин, Салауат Миңлебаев, Фаил Миңлебаев, Илнур Йәрмөхәмәтовтың ғаиләләре менән осрашты.Улар барыһы ла, Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров яугирҙәрҙең ата-әсәләренең, ҡатындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. – Республика һеҙҙең уландарығыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ. Ике геройыбыҙҙың мәктәп йәшендәге балалары тороп ҡалды, беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә кәрәк, – тине республика Башлығы. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов әйтеүенсә, мемориаль таҡтаташтарҙың макеты әҙер. Улар яҡын арала ҡуйыласаҡ. 1 сентябргә ҡарата махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар уҡыған мәктәптәрҙә “Герой парталары” барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренә махсус әҙерләнгән программа буйынса Республика кардиология диспансерында дауаланыу һәм реабилит

9 августа Башҡортостан Башлығы Стәрлебаш ауылында Руслан Абдуллин, Альберт Батыршин, Салауат Миңлебаев, Фаил Миңлебаев, Илнур Йәрмөхәмәтовтың ғаиләләре менән осрашты.Улар барыһы ла, Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров яугирҙәрҙең ата-әсәләренең, ҡатындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. – Республика һеҙҙең уландарығыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ. Ике геройыбыҙҙың мәктәп йәшендәге балалары тороп ҡалды, беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә кәрәк, – тине республика Башлығы. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов әйтеүенсә, мемориаль таҡтаташтарҙың макеты әҙер. Улар яҡын арала ҡуйыласаҡ. 1 сентябргә ҡарата махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар уҡыған мәктәптәрҙә “Герой парталары” барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренә махсус әҙерләнгән программа буйынса Республика кардиология диспансерында дауаланыу һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте. Шулай уҡ Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең ата-әсәһенә, тормош юлдаштарына яугирҙәрҙең күрһәткән батырлыҡтары өсөн генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru