Башҡортостанда йәшәгән пенсионерҙарға өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан төрлө сараларҙа ҡатнашыу өсөн тәғәйенләнгән сертификат бирелә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Танып белеү тапшырыуҙарында, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял сараларында ҡатнашыуға сертификаттарҙы республиканың халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдарныда сират тәртибендә алырға була. Сертификат - ике мең һумлыҡ. “Сертификат артынан телефондан шылтыратҡастар һәм смс-хәбәр алғас, почта карточкаһын йәки электрон почтаға хәбәр килгәндән һөң өс көн эсендә килергә кәрәк, - тип хәбәр итә министрлыҡ вәкилдәре. – Сертификатты алғас, пенсионер ниндәй клубта, спорт клубында, белем биреү ойошмаһында уны ҡулланыу тураһында үҙе хәл итә”. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында алырға мөмкин. Фото: mintrud.bashkortostan.ru